Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
24 Сентябрь 2021, 15:16

“Ризыҡ дарыу кеүек файҙалы, сифатлы булһын”

Хозур тәбиғәтле Нөгөш йылғаһы буйындағы Андреевка утарында эшҡыуар Эдуард Ниғмәтуллин, тиҫтә йыл элек кәзә фермаһын асып, үҙ эшен башлай. Элегерәк ауылдарҙа был малды тотмаған ғаиләләр бик һирәк ине. Ваҡыт үтә, бөгөн ауылдарҙа кәзә аҫраған кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла нәҡ ошо малдан килем алған Мәләүез фермеры менән аралашыу теләге уянды.

 – Кәзә мал түгел, күршең менән дошманлашҡың кил­һә, кәзә аҫра, тиҙәр ха­лыҡта. Ә һеҙ, нәҡ уны үрсе­теп, килем алыу кәсе­бенә тотонғанһығыҙ, Эдуард Маркс улы.

– Башта ғаилә ағзала­рының һаулығы өсөн генә тота башланыҡ. Тыумышым менән Федоровка районы­ның Үрге Яуыш ауылынан мин. Ауыл тормошоноң урта­һында ҡайнап йәшәнем. Атайым Маркс Имам улы – селекционер, әсәйем Рима Һаҙый ҡыҙы зоотехник булып эшләне, үҙем ветеринар һө­нә­ренә уҡыным. Олатайым Һаҙый Нәжметдин улы колхоз рәйесе вазифаһын баш­ҡарған. Әйткәндәй, зат-ыры­уыбыҙ уҡымышлы, шәжәрә осо алтын етештергән Закир Рәмиевтәргә барып тоташа.

Кәләшем Лиана Ришат ҡыҙы менән үләндәрҙең төр­лөлөгө һаҡланған утарға күсеп, 33 гектарҙай ерҙе ҡур­тымға алдыҡ та ҡымыҙ, сыр етештерә башланыҡ. Һуңғы йылдарҙа дауалау сараһы булараҡ та кәзә һөтөнөң абруйы арта. Халыҡ әкренләп был малҡайҙың файҙалы икәненә инана.

 – Баштан тоҡомло мал аҫранығыҙмы?

– Беҙҙең өсөн һөтлө булыуы ҡиммәт. “Альп”, аҙаҡ аҡ төҫлөһө лә, “Заанен” тоҡом­лоһо ла булды, уларын та­рат­тыҡ та яңы тоҡомдо үрсетәбеҙ.

 – Сыр етештерәбеҙ, тигәйнегеҙ...

– Тәүҙә Франциянан кил­гән ҡатын оҫталыҡ дәресе күрһәтте. “Һеҙҙә үләндең төрлөлөгө Альп тауҙарын­дағынан да байыраҡ, шуға күрә бер ниндәй тәмләткес тә ҡушырға кәрәкмәй”, – тине ул. Европала сыр етештереү буйынса конкурстарҙа алтын миҙалдар яулаған Олеся Шевчук исемле белгестә тү­ләүле курста уҡып ҡайттым. Канадала йәшәгән Дэвид Эшерҙың китабынан да өйрәндем.

– Хәҙер ауылдың йөҙө үҙгәрә, ул шәхси хужалыҡ­тарҙа һыйыр һаны кәме­үендә лә күренә. Улар ауыл урамдарын тултырып көтөүгә сыҡмай. Ир­тән­ге тынлыҡты яңғы­ра­тып, сыбыртҡы шартлауы, һуңға ҡалмаһын, тип ҡыс­ҡы­ра-ҡысҡыра малын кө­төүгә ҡыуалаусыларҙың тауышы ла ишетелмәй тиерлек. Ә һеҙҙең утар урамдарында, болондарҙа иркен­­ләп йөрөгән кәзәләр күп кенә.

– Беҙҙең һауым малы – 56 баш, бәрәстәре 20-нән артығыраҡ. Башта ҡул менән һауҙыҡ, торараҡ һауын аппараты алдыҡ, кеше ялла­ныҡ. Төп эште үҙебеҙ баш­ҡара­быҙ, ә улар һарай та­ҙартыу, йыуыу кеүек йөклә­мәләрҙе үтәй. Һауын аппараты алһаҡ та, 40 процентын ҡул менән һауабыҙ, сөнки еленен тотоп ҡына малҡай­ҙың ауырыуын белеп була.

 – “Кәзә – ярлының һы­йыры” тигән боронғо­лар. Һеҙҙең уларға мөнәсә­бәтегеҙҙе белдек инде.

– Былай ҙа сит сценарий буйынса йәшәйбеҙ. Кеше теләгән шөғөлө менән булышырға тейеш. Матди байлыҡ артынан ҡыуып, йән, рух тураһында онотоп китә­беҙ. Ғүмер – ҡыҫҡа ваҡыт, әҙәм балаһына ла самаһыҙ энергия бирелмәй. Кеше бәхетле булыр өсөн тыуа. Бөгөнгө заманда иһә уның шөғөлө күп, бәхетле булыр өсөн ваҡыты ҡалмай. Ә бында, тәбиғәт ҡосағында, тыныс, һалмаҡ тормош, ваҡыт та башҡаса уҙа кеүек. “Ни өсөн минең шылтыратыуға яуап бирмәйһең?” – тип үпкәләгән кешеләр ҙә бар. Гаджеттар ҙа ялҡыта. Биш, ете йәшлек Таһир, Камил улыбыҙ үҫә, уларҙың аңын артыҡ мәғлүмәт менән томаламаҫ өсөн телефонды самаһыҙ рөхсәт итмәйбеҙ. Уларҙың белемле булып үҫеүен теләйбеҙ. Гел ҡола­ғына наушник кейеп, сит ил музыкаһын тыңлап йөрөгән кеше кәрәкле ҡарар ҡабул итә алмай, тип иҫәпләйем мин.

Заманында 10 йыл тирәһе Шри-Ланкала йәшәнек, ха­лыҡ-ара туризм менән шө­ғөл­ләндек. Сенегал телендә аралашам, инглизсә бер аҙ һупалайым. Татарса, баш­ҡорт­са һөйләшкәндә лә урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙе ҡушырға тура килә.

 – 56 кәзәбеҙ бар, тине­геҙ. Бер ҡараһаң, күп тә түгел.

– 200 башҡа еткән мәлдәр ҙә булды. Ул саҡта аҙыҡтың сифатын контролдә тотоу ҡыйынлашты. Беҙ үҙебеҙ етештергән продукция менән туҡланабыҙ, шуға ла ризыҡ һаулыҡ өсөн дарыу булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Әлхәм­дүлилләһи, сәләмәт­легем дә яҡшырҙы хәҙер. Ошонда күсеп килгәнгә 15 йыл. Биш тапҡыр намаҙҙан ҡалған юҡ. Яһаған сырға консерванттар ҡушмайбыҙ, ул 72 сәғәттә саҡ өлгөрә. Сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәт­тәшлек итмәйбеҙ, етеш­тергән продукцияны ошонда уҡ алып бөтәләр.

Сәләмәтлек өсөн кешегә саф һауа, яҡшы ризыҡ, тыныс йоҡо кәрәк. Мин һәр кемдең кәзә һөтөн, ҡымыҙын эсеп, сәләмәт йәшәүен теләйем.

 

- Әҡлимә ИМАМОВА.

 

Мәләүез районы.

Читайте нас: