Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
27 Сентябрь 2021, 20:30

Ҡайһы район бизнес-шерифтары әүҙемерәк?

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бизнес-шерифтар дөйөм суммаһы 264 миллиард һумлыҡ 2117 инвестиция проекты буйынса эш алып бара, уларға ярашлы, 33 мең яңы хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк.

Ҡайһы район бизнес-шерифтары әүҙемерәк?
Ҡайһы район бизнес-шерифтары әүҙемерәк?

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда муниципалитет башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары (бизнес-шерифтар) дөйөм суммаһы 264 миллиард һумлыҡ 2117 инвестиция проекты буйынса эш алып бара, уларға ярашлы, 33 мең яңы хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һөйләне.

Эш алып барылған проекттар һаны буйынса Благовещен, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондары лидерҙар рәтендә.

Бизнес-шерифтар эшмәкәрлегенең мөһим күрһәткесе булып яңы проекттар һаны иҫәпләнә. Ағымдағы йылдың авгусында ғына улар ҡатнашлығында 256 йүнсел дөйөм суммаһы 14,2 миллиард һумлыҡ башланғысты тормошҡа ашыра башлаған. Был йәһәттән Кушнаренко, Әбйәлил, Благовещен, Йылайыр райондары лидерҙар рәтендә. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса яҡшы һөҙөмтәне Иглин һәм Благовещен күрһәтә.

2021 йылдың һигеҙ айы эсендә муниципалитеттар 1859 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәргән, уларҙа дөйөм инвестиция күләме 174 миллиард һумлыҡ ике меңдән ашыу проект ҡаралған. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса 182-һен Башҡортостан Башлығының “Инвестиция сәғәте”нә йүнәлткәндәр. Үткәрелгән кәңәшмәләр һанына бәйле алдынғы урында Иглин, Шишмә, Архангел райондары һәм Салауат ҡалаһы тора. 20-нән кәмерәк “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н быйыл Ҡалтасы, Баймаҡ, Саҡмағош, Межгорье үткәргән.

– Муниципалитет башлыҡтары аҙнаһына бер тапҡыр бизнес менән осрашырға тейеш, тип килештек. Эйе, Межгорье ҡалаһының ябыҡ статусына бәйле үҙ спецификаһы бар. Ҡалтасы районында ла, бәлки, бизнес бик әүҙем түгелдер. Тик ни өсөн минеңсә көслө булған Саҡмағош һәм Баймаҡ райондары артта ҡала – аңламайым, – тине Радий Хәбиров.

Нияз Фазылов белдереүенсә, бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге бик күп мәғлүмәтте эшкәртеүҙе талап итә, был күп ваҡытты ала. Шуға күрә комитет Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә махсус автоматлаштырылған идара итеү системаһы эшләгән. Ул күпселек процестарҙы һанлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: