Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
8 Октябрь 2021, 18:45

Сығымды субсидиялауға ғаризалар ҡабул ителә

Субсидия бүлеү тураһындағы ҡарар район хакимиәте тарафынан ҡабул ителә.

Сығымды субсидиялауға ғаризалар ҡабул ителә

Асҡын, Йәрмәкәй райондары хакимиәттәре бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялауға ғаризалар ҡабул итә.

Күп функциялы үҙәктәрҙең Асҡын, Йәрмәкәй ауылдарындағы офистарында түбәндәге йүнәлештәр буйынса финанс ярҙамына документтар тапшырырға була:

– бинаға, ер участкаһына ҡуртым хаҡына, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға;

– инженерлыҡ инфраструктураһына тоташтырыуға бәйле сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға;

– Рәсәй лизинг ойошмалары менән төҙөлгән лизинг килешеүе буйынса тәүге иғәнәгә һәм лизинг түләүҙәренә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға;

– Рәсәй кредит ойошмаһында инвестиция маҡсатында төҙөлгән кредит килешеүе буйынса процент ставкаһын түләүгә сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға;

– ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға;

– продукция етештереү өсөн кәрәкле сеймал, материалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға.

Күп функциялы үҙәк субсидиялауға ғаризалар ҡабул итеү һәм кәрәкле документтар йыйылмаһы буйынса консультация үткәрә. Субсидия бүлеү тураһындағы ҡарар район хакимиәте тарафынан ҡабул ителә. Маҡсаттарҙың төрөнә ҡарап, тапшырылырға тейешле документтар бер-береһенән айырыла. Улар менән күп функциялы үҙәк сайтында, контакт-үҙәк телефоны аша йәки офисҡа туранан-тура мөрәжәғәт итеп танышырға мөмкин.

Үҙәктең Асҡын һәм Йәрмәкәй ауылдарындағы бүлексәләрендә ғаризалар 8 октябрҙән 6 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52965

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52965

Автор:Лилия Давлетбакова