Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Октябрь 2021, 21:25

Эшҡыуарға талап йомшағыраҡ

Быйыл Башҡортостан эшҡыуарҙары күсемһеҙ милекте электрон юл менән теркәүгә былтырғынан ике тапҡырға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. 

Эшҡыуарға талап йомшағыраҡ
Эшҡыуарға талап йомшағыраҡ

"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2021 йылдың 9 айында юридик берәмектәрҙән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән онлайн форматта килгән документтарға ярашлы 26 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡтарҙы теркәгән. Был һан былтырғынан ике мәртәбә күберәк (12,5 мең). Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: теркәү эше ҡыҫҡа ваҡытта – күп тигәндә 3 эш көнө эсендә – башҡарылған.

– Был осорҙа идаралыҡта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ тураһында 197820 электрон ғариза ҡабул ителде, шуның 70 проценты самаһы ябай граждандарҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан булһа, 16 проценты – власть органдарынан һәм урындағы үҙидаранан (ҡайһылары граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә), ҡалған 14 проценты – юридик берәмектәрҙән, – тип һөйләне "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Аңлатыуҙарынса, республика эшҡыуарҙары башлыса төҙөлөү өҫтөндәге йорттарҙан фатирҙар, шулай уҡ офис бүлмәләре ала.

Бөгөнгә күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты, Күп функциялы үҙәк аша ғариза биргән хәлдә, ҡануниәткә ярашлы 9 эш көнө тип билдәләнгән. Ә инде юридик берәмектәр коммерцияға ҡараған бинаға хоҡуҡ алырға теләй икән, уларға теркәүселәрҙең талабы йомшағыраҡ – хеҙмәтләндереү 5 эш көнөнән артмай. Электрон юлды һайлаһалар, документтар унан да тиҙерәк – 2-3 эш көнөндә – эшләнә.

– Беҙҙеңсә, был бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра һәм, ғөмүмән, төбәктә инвестиция мөхитен яҡшырта торған иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе, – тине Петр Клец.

 

Фото: gorobzor.ru

 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: