Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
15 Октябрь 2021, 13:30

Халыҡҡа файҙалы башланғыстар

Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте" форматында йәнә бер тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтары буйынса яңы проекттар ҡаралды.

Халыҡҡа файҙалы башланғыстар
Халыҡҡа файҙалы башланғыстар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә "Инвестиция сәғәте" форматында йәнә бер тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтары буйынса яңы проекттар ҡаралды.

"Туймазыагробәшмәк" крәҫтиән (фермер) хужалығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары Марсель Фәррәхов үҙ районында иген киптереү комплексы һәм бәшмәкте, йәшелсә-емеште ҡаптарға төрөү линияһы төҙөү проектын тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, предприятие сығарған продукцияны әле үк федераль сауҙа селтәрҙәрендә һатыу өсөн алалар, ихтыяж туҡтауһыҙ арта. Ауыл хужалығы культуралары сәсеү майҙанын арттырыу менән бергә хужалыҡҡа өҫтәмә эшкәртеү ҡеүәттәрен дә хәстәрләргә кәрәк.

Инвестор, 203 миллион һум һалып, иген һаҡлау келәте һәм фасовкалау бинаһы төҙөргә, елгәртеү, киптереү һәм ҡаптарға тултырыу ҡорамалдары һатып алып урынлаштырырға ниәтләй. Эш урындары 20-гә артасаҡ. Майҙансыҡта инде цехтың нигеҙе ҡоролған, инженер селтәрҙәре һуҙылған. Иген келәте өсөн ерҙе хужалыҡ ҡуртымға алған.

Проектҡа ярҙам йөҙөнән "өҫтөнлөклө" статусы бирелде һәм һалым буйынса ташлама яһаласаҡ. Бынан тыш, республика Башлығы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Туймазы районы хакимиәте менән бергәләп яңы комплексҡа илткән 1,5 километр юлды йүнәтеү мөмкинлеген эҙләргә ҡушты.

"Красный Ключ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ян Терновский Нуриман районында эсәр һыу етештереү ҡоролмаһын яңыртыу проекты буйынса сығыш яһаны. Әле сәғәтенә ике мең шешә һыу ҡойоу мөмкинлегенә эйә булған линияны өс тапҡырға ҡеүәтлерәккә алмаштырыу тураһында һүҙ бара. Компания тейешле технологик ҡорамалдарҙың бер өлөшөн һатып алған да инде, уны киләһе йылдың беренсе кварталында ҡороп ултыртыуҙы ниәт иткәндәр. Шулай уҡ инвестор 5-тән 19-ға тиклем литрлыҡ шешәләр етештерә башларға уйлай. Уға 110 миллион һум талап ителә.

Һаҡсыллыҡ маҡсатында предприятиела ҡояш батареялары урынлаштырырға кәрәк, тигән фекергә килгәндәр. Ян Терновскийҙың әйтеүенсә, электр энергияһының 30 процентҡа тиклемен шул рәүешле алыуға иҫәп тотола. Был йәһәттән аныҡ ҡарар иҡтисади баһалау үткәргәндән һуң ҡабул ителәсәк.

"Инвестиция сәғәте"ндә ҡатнашыусылар әлеге проектты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү тәҡдимен хупланы. Инвесторға технологик ҡорамалдар өсөн тотонған аҡсаһының бер өлөшөн ҡайтарыуҙы ла мөһим тип таптылар.

– Һеҙҙең етештереү эшмәкәрлеге бик яҡшы, уны яңыртыу буйынса пландарығыҙ ҙа етди, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала ул предприятиеға барып, артабанғы үҫеш мәсьәләләрен бергәләп тикшерергә тырышырмын.

Өфөнөң Совет районында яңы стоматология клиникаһы асыу проекты менән "Табиб плюс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Артур Ғәлиев таныштырҙы. Белеүегеҙсә, был компанияның дауалау ойошмалары селтәре ололарҙы ла, балаларҙы ла күптән хеҙмәтләндерә.

Менделеев урамында һалынасаҡ ике ҡатлы, 1000 квадрат метр майҙанлы бинала стоматология, ортодонтия һәм имплантология өсөн бик күп заманса ҡорамалдар урынлашасаҡ. Төҙөлөшкә һәм медицина техникаһына 520 миллион һум инвестиция йүнәлтелә, социаль яҡтан төп һөҙөмтә булараҡ 50 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Стоматология клиникаһы проектына ла "өҫтөнлөклө" статусы бирелде һәм уны тормошҡа ашырыусылар һалым буйынса ташламаға хоҡуҡ аласаҡ.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: