Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
18 Октябрь 2021, 15:45

Эшҡыуарҙарға ла ярҙам кәрәк

Һөҙөмтәлә, объектты эшҡыуарҙан тартып алыу хәүефе барлыҡҡа килә. Комплексты төҙөү туҡтап ҡалған, ә 67 миллион һум аҡсаһын һалған эшҡыуар аҡса юғалтҡан... 

Эшҡыуарҙарға ла ярҙам кәрәк
Эшҡыуарҙарға ла ярҙам кәрәк

Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәдуллин бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны һәм туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, вәкилдең төп эше эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәре менән эшләү. Туғыҙ ай эсендә уға 381 мөрәжәғәт килгән, был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә әҙерәк.

Мөрәжәғәттәрҙең сирек өлөшө – ер-мөлкәт мәсьәләһе буйынса. Бында ҡуртым килешеүен һуҙмайҙар, бер яҡлы уны туҡтатыу һәм башҡалар инә. Ул һәр осраҡ буйынса миҫалдар килтерҙе. Мәҫәлән, бер эшҡыуар Салауат ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөй башлаған, әммә ваҡытында тамамлап өлгөрмәгән. Ҡала хакимиәте уның ҡуртымын оҙайтҡан, ә күҙәтеү ведомствоһы ҡаршы сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, объектты эшҡыуарҙан тартып алыу хәүефе барлыҡҡа килә. Комплексты төҙөү туҡтап ҡалған, ә 67 миллион һум аҡсаһын һалған эшҡыуар аҡса юғалтҡан. Мөрәжәғәттән һуң, бергәләп мәсьәлә көйләнгән, эшҡыуар төҙөлөштө дауам итәсәк.

33 эшҡыуар дәүләт контракттары буйынса түләү көтә. 30 мөрәжәғәт киоск һәм павильондар буйынса килгән. 79 эшҡыуар уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттарыу буйынса мөрәжәғәт иткән.

Шулай уҡ Флүр Әсәҙуллин коронавирус сикләүҙәре буйынса бизнес вәкилдәре тәҡдимдәрен дә иҫәптә тотоуҙы һораны.

– Улар эшҡыуарҙарҙы бик борсой һәм ауырлыҡтар тыуҙыра. Тик әгәр уларҙан сикләүҙәр шартында ла эшләргә ризаһығыҙмы тип һораһаң, күптәр “эйе, тик япмаһындар беҙҙе” тип яуап бирәсәк. Эшҡыуарҙарҙың үҙ тәҡдимдәре лә бар, улар буйынса диалог кәрәк. Шуға күрә иҡтисадҡа ярҙам итеү һәм иҡтисад тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб эшен яңыртыу мөмкинлеген ҡарауҙы һорайбыҙ. Ул штаб былтыр үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, беҙгә сикләүҙәр тейгән тармаҡҡа ярҙам итеү сараларын тикшерергә кәрәк.

Фото: gorobzor.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: