Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Октябрь 2021, 17:55

Йүнселдәрҙе бүләкләнеләр

“Бизнес-Уңыш” – ябай премия түгел, ул тарихҡа инеп ҡалған сағыу күренешкә әүерелде.

Йүнселдәрҙе бүләкләнеләр
Йүнселдәрҙе бүләкләнеләр

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Бизнес территорияһы – йәшәү биләмәһе” форумы һәм “Бизнес-Уңыш” милли премияһының 124-се төбәк этабы үтте. Башҡортостандың иң яҡшы бизнес-проекттары награда һәм Мәскәүгә финалға юллама алды.

Форумды “РӘСӘЙ ТАЯНЫСЫ”ның беренсе вице-президенты Азат Ғәзизов асты. “Форумдың “Бизнес территорияһы – йәшәү биләмәһе” тип аталыуы осраҡлы түгел.  Беҙгә бизнестағы кешенең кем икәнлеген күрһәтеү мөһим. Премия эшҡыуарҙарға нимә бирә? “Бизнес-Уңыш”та ҡатнашҡандар үҙҙәрен танытырға, сығыш яһарға өйрәнә, үҙҙәренең һәләтен күрһәтә. Контрагенттар, банкирҙар, партнерҙар улар хаҡында белеп ҡала. Һәм тағы ла бер мөһим мәл – федераль кимәлгә сығыу. 2011 йылдан башлап Премияла ғәйәт күп предприятие ҡатнашты. Шуға күрә “Бизнес-Уңыш” ябай премиянан тарихҡа ингән сағыу күренешкә әүерелде”, – тине ул.

Сараға килгәндәрҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Әлисә Ғибәҙуллина сәләмләне. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, бөгөн эшҡыуарҙарға төп ярҙам – ул белем. Был йәһәттән байтаҡ эш башҡарыла, мәҫәлән, эшҡыуарҙарҙы экспорт баҙарҙарына сығырға өйрәтәләр. Йүнселдәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше һигеҙ айҙа 22 процентҡа артҡан. “Синергия” корпорацияһының беренсе вице-президенты Ольга Грищенко хәҙерге шарттарҙа эшҡыуарҙарҙың әһәмиәтен айырып билдәләне.

“Бизнес-Уңыш” премияһының Өфөлә үткән 124-се төбәк этабында Октябрьский ҡалаһынан Анна Холкина, Дәүләкәндән Гөлнара Солтанбаева, Өфөнән Галина Рублева, Вадим Нурҡаев, Азат Ҡарасов, Гөлсөм Шакирова, Мария Федорова төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. Уларҙың барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Сара ҡунаҡтары бай эш программаһында ла ҡатнашты. “Бизнестың эске һәм тышҡы хәүефһеҙлеге” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә бухгалтер, һалым, идара итеү иҫәбе, контроль органы менән үҙ-ара эш итеү, компанияларҙың финанс хәленә баһа биреү мәсьәләләре тикшерелде. Төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Форумды “РӘСӘЙ ТАЯНЫСЫ”, Стратегик башланғыстар агентлығы, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы һәм “Синергия” корпорацияһы ойошторҙо. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ агентлығы ярҙамы менән уҙғарылды.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: