Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Октябрь 2021, 11:30

Бәләкәй һәм урта бизнес ярҙам аласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙа эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәр бер рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылған хеҙмәткәргә берәр федераль МРОТ күләмендә (12792 һум) аҡса түләргә ҡарар итте.

Бәләкәй һәм урта бизнес ярҙам аласаҡ

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, артабан илдә коронавирус инфекцияһын таратмау өсөн, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә эшләмәй торған көндәр иғлан ителде. Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙа эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәр бер рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылған хеҙмәткәргә берәр федераль МРОТ күләмендә (12792 һум) аҡса түләргә ҡарар итте.

Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем федераль һалым хеҙмәтенә nalog.ru сайтындағы шәхси кабинет аша бирергә була. Түләмдәр 15 ноябрҙән башлана һәм мөрәжәғәт иткәндән һуң һигеҙ көн эсендә түләнергә тейеш. Аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк түгел, уны үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ шулай тотона алаһығыҙ.

Грантты СОНКО һәм айырыуса ҙур зыян күргән тармаҡтарҙан бизнес ала ала:

- мәҙәниәт, ял итеү, конференция һәм күргәҙмәләр ойоштороу;

- спорт;

- ҡунаҡхана бизнесы;

- йәмәғәт туҡланыуы;

- өҫтәмә белем биреү;

- көнкүреш хеҙмәттәре;

- автомобиль һәм һыу транспорты.

Деталләштерелгән ОКВЭД яҡын арала баҫыласаҡ.

Шулай уҡ былтыр ФОТ 2.0 программаһы буйынса ташламалы кредиттар алған зыян күргән тармаҡтағы бизнес быйыл да эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн яңы кредит менән файҙалана аласаҡ. Уның максималь суммаһы түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә: МРОТ*эшселәр һаны*12 ай.

Тәүге ярты йыл проценттар түләү кәрәкмәй, ә артабанғы ярты йылда төп бурыс 3 процент ставка менән түләнергә тейеш. Тик бында шарты бар: компания хеҙмәткәрҙәрҙең 90 процентын һаҡлап ҡалырға тейеш. Улай булмаһа ставка баҙар кимәленә тиклем артасаҡ. Кредит алыу программала ҡатнашҡан банктар аша буласаҡ.

Былтыр Рәсәй Хөкүмәте бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарын 2 процент ставкаһы менән кредитлау буйынса программа раҫлағайны, ул ФОТ 2.0 тип аталды. Программаға ярашлы, хеҙмәткәрҙәр штатының кәмендә 90 процентын һаҡлап ҡалыу шарты менән бурысты һәм проценттарҙы түләмәү мөмкинлеге бар.

Был программа көрсөккө ҡаршы саралар сиктәрендә 2020 йылдың 1 июненән 1 ноябргә тиклем ғәмәлдә ине.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53166

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева