Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
28 Октябрь 2021, 23:05

Интернет-сайт – бизнестың визит картаһы

Заявкалар 2021 йылдың 10 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 224-99-99.

Интернет-сайт – бизнестың визит картаһы
Интернет-сайт – бизнестың визит картаһы

Республиканың “Минең бизнес” үҙәге эшҡыуарҙарҙан интернет-сайттар эшләү хеҙмәте күрһәтеү өсөн заявкалар ҡабул итә.

Хеҙмәт “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелә.

“Интернет-сайт – бизнестың визит картаһы. Уның сифаты компанияның ыңғай йөҙөн күрһәтә, клиенттар тәҡдим ителгән хеҙмәттәр менән таныша, предприятиеның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт ала. Коронавирус менән бәйле бөгөнгө хәл онлайн форматҡа күсеүҙең бизнесты дауам итеүҙә, үҫтереүҙә һөҙөмтәле ысул икәнлеген асыҡ күрһәтте”, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Проектта ҡатнашыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрында иҫәптә тороу, эшмәкәрлекте Башҡортостан биләмәһендә алып барыу шарт.

Заявкалар 2021 йылдың 10 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 224-99-99.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53231 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: