Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
30 Октябрь 2021, 15:30

Эшҡыуарҙар сикләү шарттарында нисек эшләй?

Проблемалар һәм хоҡуҡ боҙоу осраҡтары була ҡалһа, “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратығыҙ: +79174001818.

Эшҡыуарҙар сикләү шарттарында нисек эшләй?
Эшҡыуарҙар сикләү шарттарында нисек эшләй?

Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил төбәктең бизнес-йәмғиәте вәкилдәре менән осрашҡандан һуң “коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле индерелгән сикләү сараларына бәйле хәл тотороҡлана башланы” тип билдәләне.

"Беҙ республиканың эшҡыуарҙары менән даими рәүештә бәйләнеш тотабыҙ һәм бизнестың яңы сикләүҙәргә яраҡлаша барыуын, тәүге сирҡаныс үтеүен, республика халҡының вакцина яһатыу йәһәтенән әүҙемләшеүен күрәбеҙ, - тине бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин. – Сикләүҙәрҙең тәүге көндәрендә сауҙа үҙәктәренең, шулай уҡ башҡа һатыу урындарының килеме кәмене, ә хәҙер хәл яҡшыра бара. Ғөмүмән, барыһы ла яңы сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итә башланы".

Бизнес-омбудсмен федераль кимәлдә ярҙам саралары эшләнеүе һәм яҡын арала уларҙы ғәмәлгә ашырыу башланасағы тураһында ла белдерҙе. Бында һүҙ һәр хеҙмәткәргә минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә субсидия, ФОТ 3.0 программаһы буйынса льготалы кредит биреү тураһында бара. Яҡын көндәрҙә республика кимәлендә лә яңы төр ярҙам саралары булдырыу күҙаллана. Белеүебеҙсә, былтыр өс төрлө пакет булдырылып, улар төбәк эшҡыуарҙары өсөн һиҙелерлек ярҙам булғайны: дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алған өсөн түләүҙән азат итеү, шәхси һаҡланыу саралары һатып алыу өсөн субсидия, һалым һәм башҡа түләүҙәрҙе кисектереп тороу.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил менән ойошторолған осрашыуҙар мәлендә килеп тыуған хәл-торошҡа етди ҡарау, һаҡланыу сараларын теүәл үтәү, берҙәм көс менән коронавирус инфекцияһының таралыуын сикләү һәм тиҙерәк ғәҙәти алымда эшләүгә ҡайтыу зарурлығы билдәләнде.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил проблемалар һәм хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тыуа ҡалһа, йүнселдәргә “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратырға кәңәш итте: +79174001818.

Фото: “Башинформ” агентлығы (В. Шахов).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: