Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Ноябрь 2021, 15:00

Төбәк социаль эшҡыуарлыҡты һайлай

“Сколково”ны тамамлағандар бизнестағы хаталар тураһында һөйләй.

Төбәк социаль эшҡыуарлыҡты һайлай
Төбәк социаль эшҡыуарлыҡты һайлай

Бөтә Рәсәйҙән төп юристар социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлеген тикшермәксе. Фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы – SocialDrive төбәк-ара онлайн-форумы. Ул 9 ноябрҙә уҙғарыла.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторола. Ул “Социаль эшҡыуарлыҡ төбәк һайлаған йүнәлеш булараҡ. Трендтар. Йомғаҡтар. Киләсәк” пленар ултырышы менән асыла. Унда профилле министрлыҡтар һм ведомстволар етәкселәре ҡатнаша. “Төбәктәрҙең тәжрибәһе: социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төбәк алымдары” панель дискуссияһында Рәсәй субъекттарындағы социаль өлкә инновациялары үҙәктәре вәкилдәре уңышлы проекттар тураһында һөйләп, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. “Көмөш иҡтисад” һәм социаль эшҡыуарлыҡ: үҙ-ара бәйләнеш һәм үҫеш трендтары” тигән сарала ҡатнашыусылар ошо йүнәлештәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Форумда шулай уҡ иң яҡшы федераль эксперттар, бизнес-тренерҙар, эшҡыуарлыҡ лидерҙары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Иң аҙаҡтан “Сколково”ны тамамлағандар бизнестағы хаталар тураһында һөйләйәсәк.

Онлайн-ҡатнашыусылар https://investrb.ru/ru/press-center/event/mezhregionalnyy-forum-po-sotsialnomu-predprinimatelstvu-so... сайтында һәм +7 (347) 246-46-97 телефоны аша теркәлә ала.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53280

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53280

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: