Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Ноябрь 2021, 13:35

“Икмәкле ихата”ның тәмле ризығы

Кәримә УСМАНОВА
Фото:Кәримә УСМАНОВА

Аҡъярҙағы “Икмәкле ихата” икмәкха­наһында бешкән әпәкәйҙәрҙе халыҡ эҙләп ала, тиһәм, һис яңылыш булмаҫ, сөнки ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерелгән икмәккә ихтыяж ҙур. Бында ҡамырҙан 10-дан ашыу төр ризыҡ етештерелә. Төрлө бәлеш, ҡалас, пицца, бөйөрөк – барыһы ла телеңде йоторлоҡ һәм бик тәмле!

Эшҡыуар Гүзәл Аллағо­лова әйтеүенсә, улар икмәк бешереү менән үткән йылдан алып шөғөлләнә. “Стартап” программаһы нигеҙендә район хакимиә­тенән 300 мең һум дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшәләр. Был аҡсаға ик­мәк бешереү өсөн мейестәр, кәрәкле ҡорамалдар һатып алына. Ярай әле бинаны ҡайныһы бүләк итә, уны тиҙ арала ремонтлап, икмәкхана итеп йыһазландырып та ҡуялар. Яҡын арала уның бер яҡ өлөшөн магазин итеп асырға йыйыналар. Көнөнә 200 дана икмәк бешерелә, артабан был һанды икеләтә арттырырға иҫәптәре, сөнки тәмле икмәк тиҙ һатылып бөтә, етмәй ҡала. Өс кешегә эш урыны булдырылған.

– “Шатлыҡ” исемле аҙыҡ-түлек магазиныбыҙ бар. Ик­мәк бешереүгә тотоноуыбыҙ ҙа юҡтан ғына түгел. Күп осраҡта магазинға икмәк алып килмәйҙәр йә етмәй ҡа­ла, ә һораусылар күп. Уйла­ныҡ та, үҙебеҙ тәүәккәл­ләргә булдыҡ. Хәҙер сауҙа кәш­тә­ләренә йылы, йомшаҡ кү­мәстәр ҡуйыла. Шулай уҡ за­каз буйынса бәлеш, бөйө­рөк, пицца бешерәбеҙ. Урман янғындары булған осор­ҙа янғын һүнде­реүселәргә үҙебеҙ бешергән икмәкте даими рәүештә алып бар­ҙыҡ, шулай уҡ аҙыҡ-түлек менән дә ярҙам иттек, – ти Гүзәл Вәкил ҡыҙы.

Ҡомалаҡты Юлбарыҫ ауы­лынан бер инәйҙән һа­тып алалар, ондо күрше Ырым­бур өлкәһенән күмәр­тәләп килтерәләр. Йәш эш­ҡы­уарҙың эше тулыһынса яйға һалынһын, икмәк бе­ше­реү күләме икеләтә арт­һын өсөн, бинаға һыу үткә­релмәүе бер аҙ ауырлыҡтар тыуҙыра. “Һыу мәсьәләһе лә хәл ителһә, эштәребеҙ алға китер әле”, – тип йылмайып оҙатып ҡалды беҙҙе Гүзәл Аллағолова.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: