Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
17 Ноябрь 2021, 14:20

Риза булмаһаң, мөрәжәғәт итә алаһың

Декабрҙә Өфөлә Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил ҡарамағындағы эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышы уҙасаҡ. 

Риза булмаһаң, мөрәжәғәт итә алаһың
Риза булмаһаң, мөрәжәғәт итә алаһың

- Республикала был төркөм беҙҙең башланғыс менән булдырылды, - ти Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин. – Уның эшмәкәрлегенең төп асылы коллегалар менән эшҡыуарҙарҙың дәғүәләрен ҡарау, хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын аныҡлау, контроль-тикшереү органының фекерен тыңлау һәм аныҡ бер ҡарарға килеүгә ҡайтып ҡала.

Белеүебеҙсә, Эшсе төркөм 2020 йылдың февралендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе ҡушыуы буйынса булдырылғайны. Уның составына республиканың 30 контроль-тикшереү органы вәкиле инде. Төркөм ағзалары даими рәүештә эшҡыуарҙарҙан төрлө тикшереүҙәр барышында уларҙың хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле алынған мөрәжәғәттәрҙе ҡарау өсөн йыйыла.

Мәҫәлән, сентябрҙә Эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙың мөрәжәғәте ҡаралған. Ул тикшереү барышында билдәләнгән дәғүәләр менән риза булмауы хаҡында бизнес-омбудсменға мөрәжәғәт иткән. Ултырышта ҡатнашыусылар был осраҡты ентекле ҡарап, уны хәл итеү юлдарын билдәләгән.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил мәғлүмәттәренә ярашлы, контроль-тикшереү өлкәһенең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр – уның тарафынан йыш ҡабул ителгәндәр иҫәбендә. 2021 йылда улар дөйөм мөрәжәғәттәрҙең алты процентын тәшкил иткән. Ә бына 2019 йылда улар ике тапҡыр күберәк булған, әммә былтыр тикшереүҙәргә ҡағылышлы индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтәһендә байтаҡҡа кәмегәндәр.

Эшмәкәрлеген тикшереү һөҙөмтәләре менән риза булмаған һәр эшҡыуар уның һорауын Эшсе төркөм ултырышында ҡарауҙы һорап, Вәкилгә мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн (347)218-18-18, +79174001818 телефонына шылтыратырға йәки [email protected] электрон почтаһына яҙырға кәрәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53538

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: