Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Ноябрь 2021, 16:00

Радий Хәбиров: “Беҙ бизнес менән эште дауам итәбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарҙарға эш майҙансығын һайлау мөмкинлеген биргән ярҙам сараһы тураһында яҙып сыҡты.

Радий Хәбиров: “Беҙ бизнес менән эште дауам итәбеҙ”
Радий Хәбиров: “Беҙ бизнес менән эште дауам итәбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә эшҡыуарҙарға эш майҙансығын һайлау мөмкинлеген биргән ярҙам сараһы тураһында яҙып сыҡты.

“Беҙ бизнес менән эште дауам итәбеҙ. Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында буш торған инвестиция майҙансыҡтары реестры төҙөлгән.

Реестр инвесторҙарға ваҡытты сарыфламайынса, тейешле параметрҙарға эйә булған участканы тиҙ арала һайларға булышлыҡ итә. Беҙҙең белгестәр 1374 майҙансыҡты анализлап та өлгөрҙө, 1050 участканың паспорты төҙөлдө. Биш айҙа тикшерелгән майҙансыҡтар һаны өстән бер өлөшкә артты. Мәҫәлән, июндә реестрҙа 918 майҙансыҡ иҫәпләнгән, 700-өнөң паспорты булған.

Инвестиция майҙансыҡтарының паспорты объект тураһындағы төп мәғлүмәттәр, ер участкаһының һәм унда урынлашҡан күсемһеҙ милектең үҙенсәлектәре индерелгән берҙәм форманы тәшкил итә. Документта шулай уҡ инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһының билдәләре, Рәсәй Федерацияһының асыҡ кадастр картаһында ер участкаһының урынлашыу схемаһы, кәрәкле видео-һәм фотоматериалдар күрһәтелә.

Майҙансыҡтарҙың паспортынан тыш, инвесторҙарға проект алды ғәмәлдәрен ҡулайлаштырған һәм проектты тормошҡа ашыра башлау ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡартҡан башҡа алымдар ҙа тәҡдим ителә. Шуларҙың береһе – потенциаль инвестиция майҙансыҡтары менән панорама рәүешендә таныштырыу. Был – объектты юғарынан ентекле итеп аэрофотопанорама ярҙамында ҡарау. Панорамала ер участкаһының рельефын, социаль инфраструктура объекттарын күрергә була. Файлдарҙа ер участкаһының сиге һәм майҙаны сағыла, шулай уҡ тәҡдим ителгән майҙансыҡтың үҙенсәлектәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә.

Быларҙың барыһы ла эшҡыуарҙарға, урынға барып тормайынса, ер участкаһын тулыһынса күрергә, ваҡытты экономияларға булышлыҡ итә.

Барығыҙға ла уңыштар!

Ентеклерәк мәғлүмәтте https://kr-rb.ru/services/podbor-ploschadok/ һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин”, – тип яҙған республика Башлығы.

Фото: vk.com

Сығанаҡ: vk.com

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: