Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Ноябрь 2021, 18:35

Һанлы ҡултамғаны – бушлай

БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Фото:БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

“Күптән түгел генә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланым. Хәҙер электрон һанлы ҡултамға күпкә уңайлыраҡ, шуға уны эшләтеү өсөн заказ бирергә кәрәк ине.

З. ЗӘЙНИШЕВ.

Архангел районы”.

–  Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эш­ҡыуарлыҡ башланғыстарына бу­лышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы,  йүнселдәрҙән электрон һанлы ҡултамғаны эшләүгә ғаризалар ҡабул итә.

– Иҡтисадты һанлы йүнәлештә үҙгәртеү процестары мәғлүмәт системаларын камиллаштырыу менән бергә үҫешә. Дәүләт ярҙамы сараларын һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше институттары хеҙмәттәрен һанлаштырыу уларға эйә булыуҙы тиҙләтә һәм уңайлы итә. Шул уҡ ваҡытта электрон ҡултамға эшҡыуарҙар өсөн дәүләт хеҙмәттәрен “һанлаштырыу”ҙың мөһим өлөшө булып тора һәм уларҙың күбеһенән ситтән тороп файҙаланыу мөмкинлеген бирә,  – тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. 

Эшҡыуарҙар электрон һанлы ҡултамға ғына түгел, хеҙмәт операторынан техник ярҙам да аласаҡ. Электрон һанлы ҡултамға оператор тәҡдим иткән ҡорамалға ла яҙыласаҡ. Артабан хеҙмәт күрһәтеү операторы менән эшләйәсәкһегеҙ. Бирелгән электрон ҡултамғаның ғәмәлдә булыу ваҡыты  һаны сикләнгән.

Нимә ул электрон һанлы ҡултамға? Ул – ғәҙәттәге ҡултамға. Мәҫәлән, электрон сауҙа ваҡытында, ситтән тороп документтар тапшырғанда кәрәк.  Әйткәндәй, уның ике төрө була. Беренсеһе – ябай электрон һанлы ҡултамға. Унда кодтар һәм паролдәр һаҡлана. Мәҫәлән, был ҡултамғаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында файҙаланырға мөмкин, әммә электрон документтарға ҡул ҡуйып булмай. Был процедура өсөн электрон һанлы ҡултамғаның көсәйтелгән төрө талап ителә. Уның иһә ике төрө бар: квалификацияланған һәм квалифи­кацияланмаған. Беренсеһе сауҙа һәм дәүләт һатып алыуҙары ваҡытында кәрәк. Икенсеһе – электрон һанлы ҡултамғаның камиллаштырылған төрө. Был – шәхсән ҡултамға йәки ойошма мисәте аналогы.

 Бындай ҡултамға ҡуйылған документ хоҡуҡи көскә эйә. Ошондай ҡултамғаға эйә эшҡыуар тиҙ генә онлайн-кассаны теркәтә йәки барлыҡ документтарын һалым органына тапшыра ала. Табип пациентҡа һанлы рәүештәге ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына ҡул ҡуя ала.

Әйткәндәй, ябай граждандың да ошондай электрон һанлы ҡултамғаһы бар икән, күп функциялы үҙәккә йәки “Росреестр”ға бармайынса, күсемһеҙ милек буйынса килешеү төҙөү, юғары уҡыу йортона документтар тапшырыу, аукционда ҡатнашыу, кредит алыу өсөн онлайн-ғариза биреү хоҡуғына эйә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: