Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Ноябрь 2021, 17:52

Һарымһаҡ үҫтерәсәктәр

Балтас районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы эш башлаған фермер Илдар Сәхипов һарымһаҡ үҫтереү буйынса бизнес-проект тәҡдим итте. Уның хужалығында тракторға тағыла торған һарымһаҡ сәскес эшләнгән.

Илдар Рәшит улы, шәхси эш­ҡыуар булып теркәлеп, эш урындары булдырырға йыйына. “Эшҡы­уарлыҡ сәғәте”ндә уға “Агростартап” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителгән.

 “Һарымһаҡтың баҙар хаҡы йыл һайын арта. Был үҫемлек әрһеҙ, төрлө тупраҡта үҫә. Уның өсөн ҡиммәтле йылытмалар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөп тороу кәрәкмәй. Бизнесты дөрөҫ ойошторғанда, бер-ике миҙгелдә түккән сығымдың хаҡын ҡайтарып була. Һарым­һаҡты колбаса һәм ит затлы ризыҡтары, ярымфабрикаттар, төрлө составлы тәмләткестәр етештереү өсөн дә алалар”, – ти Балтас районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, эшҡыуарлыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге етәксеһе Сәлих Имаев.

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, һарым­һаҡ үҫкән баҫыуға сығып, эш барышы менән танышҡан һәм бик ҡәнәғәт ҡалған. Эшҡыуарға артабан да мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә вәғәҙә биргән.

Илдар Сәхипов күңел биреп һалған эше тураһында ентекләп һөйләп бирҙе.

– Һарымһаҡты беҙ оҙаҡ йыл­дар ихатабыҙҙа ғына үҫтерҙек. Һәйбәт уңыш алдыҡ. Быйыл тәүгә ҙур күләмдә ултырттыҡ. Өс гектар самаһы ергә ике тоннанан артыҡ һарымһаҡ сәстек. Былтыр 30 гектар ерҙе ҡуртымға алдым.

Һарымһаҡ – беҙҙең тәбиғәт шарттарында үҫтереү өсөн бик ҡулай культура. Тәү сиратта әллә ни тәрбиә талап итмәй, ә баҙарҙа ихтыяж менән файҙалана. Был йүнәлеште һайлағанда республикала әлегә ошо культураны күпләп үҫтергән хужалыҡтар булмауына иҫәп тоттом. Баҙар һәм магазин кәштәләрендәге һарымһаҡтың 80 проценты ситтә етештерелгән.

“Добрыня” тигән сортҡа өҫтөнлөк бирҙек, ул ҡырауға, ауырыуҙарға бирешмәй, уңышы һәйбәт. Гектарынан 80 тонна һарымһаҡ алырға була. Быйыл баҫыуҙы һуғарыу мөмкинлеге булмаясаҡ, шуға тәүге йылда ундай уҡ уңыш алып булмаҫтыр. Ике тонна һарымһаҡты алты кеше ултырттыҡ. Орлоҡҡа һарымһаҡ табыуы ла ауыр. Айырыуса һуңғы йылдарҙа бүлбеләре эре, ҡырауға бирешмәгән культура орлоғон табыуы ҡыйын. Башҡортостанда уны бөтөнләй берәү ҙә етештермәй. Орлоҡто Татарстан Республи­каһының Зәй районынан алып ҡайттыҡ.

– Әле магазин кәштәләрендәге һарымһаҡтың Ҡытайҙа үҫтерел­гәнен белгән һатып алыусылар, әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерел­гәненә өҫтөнлөк бирә. Ә һа­рымһаҡҡа хаҡтар, былтырғы менән сағыштырғанда, 40 процентҡа артты. Хаҡтар артабан да ошо кимәлдә булыр, тип уйлайбыҙ, сөнки халыҡ хәҙер экологик яҡтан таҙа һәм ышаныслы аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙы көсәйтте. Айырыуса ауырыуҙар шашҡан мәлдә тәбиғи антибиотик һәм антиоксидант булған һарымһаҡҡа ихтыяж ҙур.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.