Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
30 Ноябрь 2021, 18:30

Эшҡыуар, хоҡуҡтарыңды беләһеңме?

"Беҙҙең ҡатнашыуыбыҙ контроль-күҙәтеү органдары тарафынан уҙғарылған тикшереүҙәрҙең асыҡ булыуын тәьмин итә”.

Эшҡыуар, хоҡуҡтарыңды беләһеңме?
Эшҡыуар, хоҡуҡтарыңды беләһеңме?

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленә тикшереүҙә ҡатнашыуын һорап шәхси идара итеүсе компания мөрәжәғәт итә. Бындай мөмкинлек булыуы тураһында ойошма хеҙмәттәштәренән ишетә һәм унан тәү тапҡыр ҡулланырға ҡарар итә.

“Бындай мөмкинлек менән һәр эшҡыуар файҙалана ала, был хоҡуҡ “Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһындағы” Башҡортостан Законы менән нығытылған. Йүнселдәр фекеренсә, беҙҙең ҡатнашыуыбыҙ контроль-күҙәтеү органдары тарафынан уҙғарылған тикшереүҙәрҙең асыҡ булыуын тәьмин итә”, - ти бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин.

Идара итеүсе компанияла тикшереү уҙғарыу, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙән ведомство адресына килгән ялыу арҡаһында, Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторола. Торлаҡ хужалары йылытыу системаларын тикшереүҙе һорай, сөнки түләүҙәрҙе нигеҙһеҙ юғары тип һанайҙар.

Тикшереүҙә идара итеүсе компания, дәүләт комитеты инспекторҙарынан тыш, торлаҡ хужалары һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре лә ҡатнаша.

Сара алдынан Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил йүнселдәрҙең хоҡуғы, бурыстары тураһында һөйләй, административ материалдар төҙөү осрағын иҫәпкә алып кәңәштәр бирә.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етмәгән документтарҙы өҫтәмә тикшерергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Идара итеүсе компания һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма уларҙы дәүләт комитетына йүнәлткәс, тикшереүгә тулы һығымта яһаласаҡ.

Башҡортостандың Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилен тикшереүгә йәлеп итеү өсөн, уның исеменә тикшереү тураһында мәғлүмәттәрҙе теркәп, түбәндәге адрес буйынса ғариза яҙырға кәрәк: [email protected] йәки Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3.

Сайт: https://upp.bashkortostan.ru/about/op/

Телефондар: (347) 218-18-18, +79174001818.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53864

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: