Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Декабрь 2021, 15:00

Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған Ғаилә эшҡыуарлығы форумы сиктәрендә республиканың Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды.

Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды
Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған Ғаилә эшҡыуарлығы форумы сиктәрендә республиканың Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асылды.

Форумдың эшендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 200-ҙән ашыу уңышлы эшләгән ғаилә компаниялары ҡатнаша.

“Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәген асыу – Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға. Тәүге сиратта – сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһы өсөн. Республика етәкселегенә бик рәхмәтлемен: ошондай Үҙәк республикала барлыҡҡа килһен өсөн Радий Хәбировтың был эшкә иғтибарлы булыуын беләм. Был Рәсәйҙә беҙ асҡан икенсе генә Үҙәк әле. Беҙ уның ғаилә компаниялары өсөн ылыҡтырғыс көс булыуын теләр инек”, – тине Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Нияз Фазылов билдәләүенсә, республика етәкселеге Палатаның Башҡортостанда Ғаилә үҙәге асыу тураһындағы башланғысын тулыһынса хуплаған.

“Ғаилә эшҡыуарҙары йәки эшҡыуар булырға теләгәндәр өсөн Үҙәккә мөрәжәғәт итергә һәм ярҙамдың тулы комплексын алырға мөмкинлек бар”, – тине ул.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Ғаилә эшҡыуарлығы форумында ҡатнашҡандарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен тапшырҙы һәм республика дәүләт менән заманса үҫеш институттары мөнәсәбәтенең тулы архитектураһы формалашыуын билдәләне.

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Тимур Хәкимов был ойошманың эшмәкәрлеге һәм ғаилә эшҡыуарҙарына ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Фото: bashintorm.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: