

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында һәм “Кроу плаза” ҡунаҡханаһында Ғаилә эшҡыуарлығы форумы уҙғарылды. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған был сара өс көн дауам итте, уның эшендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 200-ҙән ашыу уңышлы эшләгән ғаилә компаниялары ҡатнашты.
Форумдың эшлекле программаһына ярашлы, тәүге көндә “Ныҡлы ғаилә бизнесы нигеҙҙәре: ҡиммәттәр, традициялар, быуындар” исемле түңәрәк өҫтәл уҙғарҙылар. Унда эшҡыуарҙарҙы электрон коммерцияға, шәхси бренд булдырыуға, сауҙа алып барырға өйрәттеләр. Икенсе һәм өсөнсө көндәрҙә йыйын секцияларға бүленеп эшләне, артабан Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре менән берлектә Рәсәй ғаилә советының күсмә ултырышында ҡатнашты.
“Электрон коммерция” секцияһы ултырышына Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Яна Усманова етәкселек итте.
– Электрон коммерция бер нисә йүнәлештә бара – “Ҡулланыусы өсөн бизнес”, “Хөкүмәт өсөн бизнес”, “Ҡулланыусы өсөн ҡулланыусы”, “Компания өсөн ҡулланыусы”, “Хеҙмәткәрҙәр өсөн бизнес” һәм башҡа өлкәләр, – тине ул һәм электрон коммерцияның был һәр даирәһенең мәғәнәһен, маҡсаттарын, үҙенсәлектәрен ентекләп аңлатты.
Уның әйтеүенсә, донъя халҡының 27 проценты тауарҙарҙы интернет аша һатып ала. Был ысулдың өҫтөнлөгө – сығымдарҙың кәмерәк, маҡсат аудиторияһы киңерәк, аралашсылар аҙыраҡ, селтәрҙә һатыуҙы 100 процентҡа анализлау мөмкинлеге булыуҙа. Әммә кәмселектәре лә бар: мәғлүмәт-коммуникация технологияларына бәйле булыу, ҡануниәт үҙенсәлектәренең уңайлы булмауы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге юҡлығы, авторлыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыуҙың ауырлығы.
Рәсәй Ғаилә советының күсмә ултырышында “Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты патронаты ҡурсалауындағы 100 ғаилә компанияһы” проектында еңгән эшҡыуарҙар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Форум сиктәрендә республиканың Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге лә асылды. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында әйтеүҙәренсә, был ултырышта белем биреү курстары, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән, шулай уҡ ошо сараларҙа ҡатнашыусылар республиканың ғаилә предприятиелары менән танышыу мөмкинлеген алған.
– Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәген асыу – Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға. Тәүге сиратта – Сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһы өсөн. Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт: ошондай үҙәк республикала барлыҡҡа килһен өсөн Радий Хәбировтың был эшкә иғтибарлы булыуын беләм. Был – Рәсәйҙә беҙ асҡан икенсе генә үҙәк. Уның ғаилә компаниялары өсөн ылыҡтырғыс көс булыуын теләр инек, – тине Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Нияз Фазылов билдәләүенсә, республика етәкселеге Палатаның Башҡортостанда Ғаилә үҙәге асыу тураһындағы башланғысын тулыһынса хуплаған.
– Ғаилә эшҡыуарҙары йәки эшҡыуар булырға теләгәндәр өсөн Үҙәккә мөрәжәғәт итергә һәм ярҙамдың тулы комплексын алырға мөмкинлек бар, – тине ул.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Ғаилә эшҡыуарлығы үҙәге асыу тантанаһында сығыш яһап, республикала дәүләт менән заманса үҫеш институттары мөнәсәбәтенең тулы архитектураһы формалашыуын билдәләне. Башҡортостанда ғаилә эшҡыуарҙарына ярҙам саралары байтаҡ һәм уларҙың йоғонтоһо һиҙелерлек, был хаҡта Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Тимур Хәкимов һөйләне.
Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы 2018 йылдан алып “Уңышлы ғаилә – уңышлы Рәсәй” проектын тормошҡа ашыра. Был йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ике тапҡыр осрашыу ҙа булған. Палата хәҙер “ғаилә эшҡыуарлығы” төшөнсәһен ҡануни кимәлдә нығытырға тәҡдим итә. Был туралағы федераль закон проекты әҙер, әлеге мәлдә ул Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырылған да инде. Эксперттар билдәләүенсә, ғаилә эшҡыуарлығына ҡануни нигеҙ булдырып, һалым ташламалары бирергә ваҡыт.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.