

Быйылғы күрһәткестәр нигеҙендә беҙҙең республика эшҡыуарҙарҙы финанслау буйынса Волга буйы федераль округының иң яҡшы дүрт төбәге исемлегенә инде. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ошо йүнәлештә алға китеүгә ниндәй саралар сәбәпсе булды һәм яҡын киләсәктә бындай ярҙам нисек күҙаллана?
Үҫеш өсөнсө йыл һаҡлана
Финанс ярҙамына ышаныс биреүҙе (поручителлек) милли гарантиялау системаһына ингән төбәк гарантия ойошмалары хәстәрләй. Был осраҡта Башҡортостан ышаныс бирелгән һәм ярҙам күрһәтелгән эшҡыуарҙар һаны буйынса иң яҡшы төбәк булараҡ билдәләнгән (былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 143,5 процент).
– Башҡортостандың Төбәк гарантия фондының ышаныс биреү динамикаһы өсөнсө йыл рәттән һаҡлана. 2018 йылда ошо ярҙамдан республиканың 26 эшҡыуары файҙаланған, 2019 йылда иһә ундайҙар – 31, былтыр 117 булды, ә быйылғы туғыҙ айҙа дөйөм суммаһы бер миллиард һум булған 151 ышаныс бирелгән, – ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Һуңғы өс йылда һәм быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортостандың Төбәк гарантия фонды биргән ышаныс ҡағыҙҙарының дөйөм суммаһы 1,48 миллиард һум тәшкил итте. Уларҙың ярҙамына таянып эшҡыуарҙар алты миллиард һум кредит алған.
Волга буйы федераль округында быйылғы туғыҙ айҙа 8,7 миллиард һумлыҡ 1560 ышаныс бирелгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич билдәләүенсә, эшҡыуарҙар Төбәк гарантия ойошмаларына тейешле аманат тәьминәте булмаған осраҡтарҙа мөрәжәғәт итә. Бәләкәй бизнес шулай уҡ кредит алыу өсөн гарантия ярҙамынан һәм ышаныс биреүҙең “ҡулсатыр” механизмынан файҙалана ала. “Был осраҡта банк-партнерҙарҙың береһенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә”, – тине ул.
“Ҙур уйын” ҙур маҡсаттар ҡуя
Быйыл “Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” белем биреү проектында үҙмәшғүлдәр ҡатнаша. Программаға үҙ эшен Башҡортостан биләмәһендә теркәгән һәм шөғөлләнгән граждандар саҡырылған. Был сара ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
“Беҙ үҙмәшғүлдәргә ярҙам итеү линейкаһын даими киңәйтә барабыҙ. Улар өсөн белем биреү программалары, йәрминкәләр, конкурстар уҙғарабыҙ, бында һәр кем үҙ тауарын күрһәтә ала. “Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” программаһы үҙ эшен үҫтереү һәм проекттарҙың йоғонтололоғон күтәреү мөмкинлеген бирә”, – ти Нияз Фазылов.
Сара ике этапта үткәреләсәк. Һайлап алыу этаптары республиканың 10 ҡалаһы һәм ауылында – Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Нефтекамала, Благовещенда, Бишбүләктә, Архангелдә, Кушнаренкола, Иглинда – үткәрелә. Беренсе этапта эксперттар воркшоп, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-тренинг ойоштора. Проекттарҙың үтәлешенә ҡарап, икенсе турҙа ҡатнашыусылар билдәләнәсәк.
Икенсе этапта 30 үҙмәшғүл үҙ проекттарын ентекләп эшләүгә күсәсәк. Проекттарҙы яҡлауҙың финал этабынан һуң баһалама төркөмө ағзалары еңеүселәрҙе билдәләй, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Уйын бизнесты алып барыуҙың ғәмәли күнекмәләрен билдәләүгә булышлыҡ итә, үҙмәшғүллектең төбәк проблемаларын системаға һала һәм уларҙы хәл итеүҙең яңы драйверҙарын таба.
“Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын” программаһы беренсе тапҡыр 2019 йылда уҙғарылды. Проект үҙенең юғары йоғонтоло булыуын һәм эшҡыуарҙар араһында ихтыяж менән файҙаланыуын күрһәтте. 2020 йылда Уйындың һайлап алыу этаптарында республиканың 200 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашты, шуларҙың 56-һы финалға сыҡты. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Минең эшҡыуарлығым” үҙәге ойоштора.
Башҡортостандың биш ҡалаһында “Һөнәрселек бизнес-мәктәбе” белем биреү программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Сарала ҡатнашыуға кәсепселек һәм халыҡ сәнғәте шөғөлдәрендә ҡатнашҡан эшҡыуарҙар саҡырыла.
Бизнес-мәктәп һөнәрҙең мөмкинлектәрен киңәйтеү, ижадтан табышлы эш барлыҡҡа килтереү кеүек мәсьәләләрҙе аңларға, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың финанс һәм хоҡуҡи белемдәрен арттырырға ярҙам итәсәк. Программала ҡатнашыу бушлай. Программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үтәлә.
“Һеҙҙең табип” беҙҙе саҡыра
Дүртөйлөләге “Һеҙҙең табип” медицина үҙәгендә стоматология кабинетын яңырттылар. Уның проектын “Ғәлиә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ринат Нәжмиев “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтте.
Предприятие заманса медицина ҡорамалдары һатып алған һәм эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса муниципаль программаны тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы алыу буйынса конкурста ҡатнашыу маҡсатында документтар пакеты әҙерләй.
– Беҙ “Һеҙҙең табип” үҙәге өсөн заманса стоматология аппараты алдыҡ. Ул табиптың манипуляцияһын күрергә һәм кәңәштәр бирергә мөмкинлек тыуҙырған мониторға эйә. Шулай уҡ бауыр сирен йорт шарттарында дауалау буйынса яңы тыуған сабыйҙар өсөн комбинезон алырға ниәтләнәбеҙ. Был мәсьәлә буйынса бала табыу йорто менән кәңәшләштек: пациенттар ошондай ярҙамға мохтаж, – ти Ринат Нәжмиев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы “май” указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының маҡсаты – 2024 йылға саҡлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүл булғандар һанын (шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп) 25 миллион кешегә еткереү.
Рәсәйҙә пандемия осоронда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларында мәшғүллектең яңы формалары барлыҡҡа килә башланы. Стратегик башланғыстар агентлығының “Йәш профессионалдар” йүнәлешендәге башланғыстар үҙәге директоры Жанна Кадылева әйтеүенсә, былтыр “HeadHunters” сайтында инвалидтар өсөн вакансиялар һаны 60 процентҡа артҡан.
– Беҙ икенсе йыл инде йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр булған шарттар, ысынлап та, ҡайһы бер граждандарҙы үҙен эш менән тәьмин итеүгә дәртләндерә төштө, – ти Кадылева. – Бындай “платформалы” мәшғүллек тулҡыны инвалидтарҙы урынлаштырыуҙы әүҙемләштереү хеҙмәтен дә үтәй ала. Беҙҙә “Алыҫтағы һөнәрҙәр өҫтәле” тигән проект булдырылды, ул ситтән тороп эшләү идеологияһын нығыта. Әммә шуныһы ла бар: бөгөн эш биреүселәр физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эш процестарын һәм шарттарын үҙгәртмәйенсә ҡабул итә. Ә бит инвалидтар төркөмөнөң үҙенсәлектәре бизнес-процестарға, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Тимәк, был юҫыҡта эшләйһе күп әле.
Башҡортостанда халыҡты эшҡыуарлыҡтың бөтә төрҙәренә йәлеп итеү ниндәй бурыс ҡуя? Унда мәшғүл булғандар һанын 2024 йылға саҡлы 553 мең кешегә еткереү, йәғни әле булғандан 1,3 тапҡырға күбәйтеү күҙаллана. Ошо милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикала биш төбәк проекты раҫланған һәм улар уңышлы үтәлеп килә:
– “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”. Хеҙмәтен, үҙмәшғүлдәр өсөн һалым режимын иҫәпкә алып, рәсми теркәлгән үҙмәшғүлдәр һанын 2024 йылға саҡлы 75 мең кешегә еткереү;
– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстары алыу мөмкинлеген киңәйтеү”. Ошо субъекттарға гарантиялы, микрофинанс һәм лизинг ярҙамын артабан үҫтереү күҙаллана. Был маҡсатта республикала булдырылған һәм абруйы арта барған “Минең эшҡыуарлығым” үҙәге йүнселлеккә ярҙам инфраструктураһының төп функцияларын бер майҙансыҡта берләштерә, был иһә уларҙы файҙаланыуҙы тиҙләтә һәм уңайлаштыра;
– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау”. Бында эшҡыуарҙарҙың инфраструктура ойошмалары хеҙмәтләндереүен һәм сервистарын электрон рәүештә алыу мөмкинлеге индерелгән;
– “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был проект һәләттәре һәм белеме тейешле кимәлдә булған мөмкин тиклем күберәк кешене йүнселлеккә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән. Ул эшҡыуарлыҡтың ыңғай образын тыуҙырыу буйынса пропаганда алып барыуҙы һәм йүнсел булыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙан тора, был осраҡта төрлө ҡатламдар һәм төркөмдәрҙең үҙенсәлекле мәнфәғәттәре лә күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш;
– “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү”. Ярҙам комплексы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының финанс хәлен яҡшыртыу, ауылда өҫтәмә эш урындары булдырыу, етештереү мөмкинлектәрен көсәйтеү, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы арттырыу сараларынан тора.
Нияз ФАЗЫЛОВ,
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
– Федераль һәм республика кимәлендә социаль эшҡыуарҙар өсөн административ сығымдарҙы кәметергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Шул иҫәптән – уларҙың инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса сығымдарын.
Социаль эшҡыуарҙар – улар тәү сиратта эшҡыуарҙар һәм беҙ уларҙың административ сығымдарҙы кәметеү тураһындағы үтенесен күптән ишетәбеҙ. Бындай рәүештәге кәртәләрҙе кәметкән ысулдар тиҙерәк эшләнһен ине, артабан беҙ уларҙы ҡулланыуға индереү йәһәтенән әүҙемлек күрһәтергә тырышыр инек. Дәүләттең проекттарҙы финанслауҙан уларҙы тормошҡа ашырыу инфраструктураһын булдырыуға күсә барыуын иҫәпкә алһаҡ, бурыс иҡтисадҡа мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Тәбиғи, шуныһын да оноторға кәрәкмәй: эшҡыуарлыҡ бының отошло һәм килемле булыуын күҙ алдында тота. Төбәктең һәм илдең иҡтисадын тотош алғанда үҫтермәй тороп, социаль эшҡыуарлыҡ та алға китергә һәләтле булмаясаҡ.
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эшҡыуарлыҡтың үҫешен, бөтә донъялағы кеүек үк, COVID-19 ныҡ ҡына тотҡарланы. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кәмей, үҙмәшғүлдәр өлөшө арта. Баҙар яңы талаптар ҡуя, анығыраҡ әйткәндә, онлайн тәртибенә күсеү һәм эштең форматын үҙгәртеү. Социаль эшҡыуарлыҡ та ошо үҙгәрештәргә ҡулайлаштырылырға тейеш.
2024 йылға Башҡортостанда һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн булдырылған эш урындары 600-гә етергә тейеш. Былтыр төбәктең ошо төркөмгә ҡараған 127 кешеһе хеҙмәт урындары менән тәьмин ителгән, быйыл иһә 125 кешегә эш табып биреү бурысы ҡуйыла. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн ошо осорҙа ғына ла 11 миллион һум аҡса бүленде. Ноябрь башына ҡарата был сумманың 8,8 миллион һумы тотонолғайны, һөҙөмтәлә 107 кеше эшкә урынлаштырылды.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН