Эшҡыуар
15 Декабрь 2021, 09:55

Ҙур халыҡ-ара сара башланды

Форумдың беренсе көнө ике ҙур тантаналы сара менән тамамланасаҡ.

Ҙур халыҡ-ара сара башландыҘур халыҡ-ара сара башланды
Ҙур халыҡ-ара сара башланды

Бөгөн Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – 2021: киләсәккә инвестициялар” тип аталған ҙур форум асылды. Был йыл һайын үткән сара донъяның төрлө илдәренән килгән төбәк һәм федераль власть вәкилдәре, эксперттар һәм эшҡыуарҙарҙы берләштерә.

Форумдың эшлекле программаһы үҙ эсенә бер нисә тематик көндө индерә: Technology, Export; World; SCO, BRICS; Economy и Kazakhstan - Bashkortostan. 

Беренсе көн технологиялар һәм экспортҡа арналған, ул “Кибердром Башҡортостан” төбәк инженер-конструктор конкурсы менән асылды. Көндөң төп сараһы “Экспорт һәм инвестициялар: яңы мөмкинлектәр” тип аталған пленар ултырыш була. Унда ҡатнашыусылар экспортсыларҙың төп проблемаларын тикшерәсәк.

Көндөң икенсе яртыһында 20 мең квадрат метрлыҡ “Өфө” индустрия паркы яңы етештереү комплексын асыу тантанаһы буласаҡ. Бынан тыш, форум майҙансығында республика Инвестиция комитетының юбилей ултырышы үтә, ул “Инвестиция сәғәте” форматында ойошторола.

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – 2021” форумында ҡатнашыусыларҙы бик күп тематик сессиялар көтә. Форумдың беренсе көнө ике тантана менән тамамланасаҡ. Беренсеһендә “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсы һәм киң матбуғат сараларында сифат мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыусылар конкурсы еңеүселәрен бүләкләйәсәктәр.

Икенсе тантана барышында Бөтә Рәсәй телевизион “ТЭФИ-Капитал” премияһы еңеүселәре асыҡланасаҡ.

Форумдың бөтә көндәрендә лә “Торатау” конгресс-холында үҫеш институттары офистары һәм Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Төркиәнең халыҡ-ата вәкиллектәре эше дауам итәсәк.

Был ҙур сараны Конгресс-бюро һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Форум эше 18 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Фото: businessbashkiria.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас