Эшҡыуар
23 Декабрь 2021, 16:30

Республикала 25 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтелде

Республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов был хаҡта ниҙәр һөйләне?

Республикала 25 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтелдеРеспубликала 25 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтелде
Республикала 25 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтелде

Бөгөн дәүләт башлығы Владимир Путин йыллыҡ матбуғат конференцияһында пандемиянан зыян күргән тармаҡтарға ярҙам тураһында әйтте.

Башҡортостан йүнселдәренә лә булышлыҡ күрһәтелде. Был турала республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һөйләне.

"Федераль дәүләт ярҙамы саралары социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, шулай уҡ зыян күргән тармаҡтарҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Беренсе сара – һәр эшкә урынлашҡан кеше өсөн бер минималь эш хаҡы күләмендәге грант. Башҡортостанда 11 мең эшҡыуар ошондай дәүләт ярҙамынан файҙалана алды. Икенсеһе – йылына өс процент ставка менән ташламалы займдар, был - ФОТ 3.0 программаһы. Республикала 13 мең эшҡыуарға льготалы займ бирелде. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда 25 меңгә яҡын йүнсел ике төп йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште, тип баһалайбыҙ. Был - республиканың һәр бишенсе эшҡыуары", - тине Нияз Фазылов. 

Фото: Твиттер. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас