

Иҫәп-хисап тәңгәлендә тиҙ түләү системаһын файҙаланғанда комиссияны бизнеста ҡаплау федераль программаһы 2022 йылдың 1 июленә хәтлем оҙайтылды. Аҡсаны федераль бюджет бүлә.
"Компенсацияны алыу өсөн өҫтәмә ғариза кәрәкмәй, – ти Рәсәй Милли банкының Башҡортостан буйынса бүлек идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова. – Банк комиссияны ҡайтарыу өсөн бөтә иҫәптәрҙе үҙаллы башҡара. Эшҡыуар өсөн иң мөһиме - тиҙ түләү системаһына инеү".
Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк, Райффайзенбанк, ВТБ банкы, Почта банкы, Совкомбанк, Альфа-банк һәм башҡалар (бөтәһе 19 кредит ойошмаһы бар) комиссияны ҡайтарыу тәңгәлендә эшмәкәрлеген көйләгән.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һөйләүенсә, комиссияны ҡаплауҙа ҡатнашыу өсөн компания Берҙәм реестрға инергә тейеш.
Тиҙ түләү системаһы – Рәсәйҙең сервис банкы. Ул төрлө банктарҙа үҙ-ара түләүҙәрҙе башҡарыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ мобиль ҡушымталар ярҙамында тауар өсөн түләй һәм хеҙмәттәр күрһәтә ала.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.