Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
8 Ғинуар 2022, 12:00

Эшҡыуарҙар һаны артты

Йүнселдәр Башҡортостан халҡы өсөн 3,6 мең яңы эш урыны булдырған.

Эшҡыуарҙар һаны артты
Эшҡыуарҙар һаны артты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былтыр республикала йүнселлекте үҫтереү йомғаҡтары тураһында яҙып сыҡты.

“2021 йылдың 11 айында Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары дүрт меңгә артып, 126,2 меңгә еткән. Шәхси секторҙа мәшғүллек 454 мең тәшкил иткән, 22 мең эш урыны барлыҡҡа килгән. Үҙмәшғүлдәр һаны ике ярым тапҡырға артҡан, хәҙер улар 72 меңдән ашыу.

Республикабыҙ социаль предприятиелар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында – икенсе һәм шәхси эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс, мөлкәт һәм мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтелгән.

2021 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1,1 миллиард һумлыҡ, шул иҫәптән милли проект сараларын тормошҡа ашырыуға 735,7 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүленгән. Башҡортостан микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарыбыҙға 2021 йылда, дөйөм алғанда, 500 миллион һумлыҡ 312 микрозайм биргән, ғәмәлдәге микрозаймдар портфеле 620 займ тәшкил иткән.

“Төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡортостандың Лизинг фонды нигеҙендә льготалы лизингтан 61 эшҡыуар файҙаланған, ә бындай ярҙам күләме 614 миллион һум тәшкил иткән. Республиканың гарантия фонды 2021 йылда 183 кешегә 1,3 миллиард һумға поручитель булған, был яҡынса 4,5 миллиард һум заем аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек биргән.

347 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 32 үҙмәшғүл кеше муниципаль субсидия рәүешендә финанс ярҙам алған. Бындай сараларға республика бюджетынан 134,6 миллион һум аҡса бүленгән.

Үҙ проекттарын төҙөүгә һәм үҫтереүгә 116 социаль эшҡыуар 500 мең һумға тиклем грант алған. 2,5 меңдән ашыу йүнсел "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә үҙ проекттарын тәҡдим иткән. Бизнес-шерифтар 3,2 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ проектын үҫтереүҙе дауам итә, был – 300 миллиард һум самаһы инвестиция. Уҙған йылда йүнселдәр, Башҡортостан халҡы өсөн 3,6 мең яңы эш урыны булдырып, 900-гә яҡын проектты тормошҡа ашырған. Былтыр беҙ бөтә республика буйынса асҡан  яңы 14 коворкинг-үҙәк тәүге резиденттарын ҡабул итте”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: