Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Ғинуар 2022, 19:30

20 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар

Бындай ярҙам Башҡортостандың үҙ бизнесын үҫтерергә теләгән IT-компанияларына ҡаралған. 

20 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар
20 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостандың фәнни продукция етештереү һәм һатыу тәжрибәһенә эйә IT-компаниялары, шулай уҡ һанлы стартаптар бизнесты үҫтереүгә финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһының “Һанлы технологиялар” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды “Үҫеш-ЦТ” һәм “Старт-ЦТ-1” гранттарын биреүгә конкурс иғлан итте.

- Бөгөн Башҡортостан Республикаһында 2150 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты мәғлүмәт технологиялары, компьютерҙар, периферия, коммуникация ҡорамалдары етештереү, компьютер программа тәьминәтен әҙерләү өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара. Грант ярҙамы менән эшҡыуарҙар үҙ бизнесын булдырыуға йәки үҫтереүгә аҡса йүнәлтә ала, - тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Фонд йәш ғалимдарҙың һәм фәнни-техник өлкәләге бәләкәй инновацион предприятиеларҙың проекттарына ҙур ярҙам күрһәтә.

“Старт-ЦТ-1” конкурсы стартаптар өсөн ойошторолған. Гранттың максималь күләме – 3 миллион һумға тиклем, бюджеттан тыш финанслау талап ителмәй. Конкурс һайлап алыуында юридик һәм физик берәмектәр ҡатнаша ала.

“Үҫеш-ЦТ” конкурсы перспективалы һанлы ҡарарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән һәм фән ҡаҙаныштарын киң файҙаланған продукция әҙерләү, һатыу тәжрибәһенә эйә компаниялар өсөн тәғәйенләнә. Конкурста еңеүселәр 20 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә, гранттың суммаһынан 30%-тан кәм булмаған күләмдә финанслауҙы тәьмин итергә кәрәк.

Финанс ярҙамы бушлай һәм кире ҡайтарылмай торған субсидия рәүешендә бирелә. Конкурста еңеүселәр алған аҡсаны хеҙмәткәрҙәргә, материалдарға, сеймалға, комплектлаусыларға эш хаҡы түләү өсөн ҡуллана ала.

Ғаризалар “Старт-ЦТ-1” конкурсына 2022 йылдың 14 февраленә тиклем, “Үҫеш-ЦТ” конкурсына 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

Һайлап алыу конкурстары, проекттарҙа ҡатнашыусыларға талаптар һәм уларҙы һайлап алыу критерийҙары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте https://fasie.ru/ һәм ит-гранты.рф сайттарында белергә мөмкин.  Ғаризалар https://online.fasie.ru һылтанмаһы буйынса электрон төрҙә ҡабул ителә.

Фото: discover24.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: