Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
9 Февраль 2022, 19:45

2030 йылға – 25 миллион эшҡыуар

Илдәге күпселек төбәктәр ошо йүнәлештә әүҙем эшләй.

2030 йылға –  25 миллион эшҡыуар
2030 йылға – 25 миллион эшҡыуар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил төбәктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов үткәрҙе.

"Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға эшҡыуарлыҡ секторына 25 миллион кешене йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы. Илдәге күпселек төбәктәрҙең ошо йүнәлештә әүҙем эшләүен күрәбеҙ. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә үҙ эшен асҡан кешеләр һанының байтаҡҡа артыуы күҙәтелә, – тине Андрей Белоусов. – Шул уҡ ваҡытта билдәләнгән айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшмәгән төбәктәр ҙә бар. Шуға күрә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы дөйөм проблемаларҙы тикшереү һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһенә өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индереү мөһим".

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникова 2021 йылдың өсөнсө кварталы йомғаҡтары буйынса илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүллек кимәле 25,2 миллион кешегә етеүе тураһында белдерҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәрҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса милли проекттың тормошҡа ашырылыуын, эшҡыуарлыҡ субъекттарын инженерлыҡ селтәрҙәренә техник тоташтырыу ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу мәсьәләләрен, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төбәктәр рейтингын төҙөү методикаһын ҡараны. Мәҫәлән, былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 126,9 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, был 2020 йылғы кимәлгә ҡарата 103,9 процент тәшкил итә. Ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә 11-се һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.

Йүнселдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә 2021 йылда 1,3 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән, шул иҫәптән 700 миллион һум – федераль бюджеттан. Бынан тыш, көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә эшҡыуарҙар республика бюджетынан былтыр эшләмәгән көндәрҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен биреүгә субсидия рәүешендә 590,9 миллион һум алған.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149872.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149872.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: