2022 йылда кооперативтарға йүнәлтелгән дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 173 миллион һум тәшкил итергә тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы кооперативтарынан әүҙемлек көтөүҙәрен билдәләй.
— Практиканан күренеүенсә, субсидияға һайлап алыуға башлыса яңы төр продукция етештереүҙе үҙләштерергә ниәтләгән кооперативтар йәлеп ителә. Был - документтарҙы ҡабул итеүҙең икенсе ағымы. Беренсе этапта 13 ауыл хужалығы кооперативы һайлап алынасаҡ.
Һайлап алынған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына машиналар, ҡорамалдар, мал-тыуар һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентҡа тиклеме ҡайтарыла, - ти вице-премьер.
Миҫал өсөн Асҡын районынан Ғилемшиндар ғаиләһен килтерергә була. “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре бынан ике йыл элек уларҙың эш башлаған мәлендә барып репортаж эшләгәйне. Ул мәлдә Эльза менән Илнур ауылдаштарынан һөт йыйып, уны эшкәртеү менән шөғөлләнә ине. Әммә ниәттәре етештереү цехы булдырыу ине. Былтыр кооперативҡа ойошоп, был маҡсатҡа өлгәштеләр. Быйыл иһә элекке һөт ҡабул итеү пункты эргәһендә модулле бәләкәй һөт заводы урынлашҡан. Күптән түгел улар һөттө пакеттарға ҡойоуҙы яйға һалған. Ҡорамалдарҙы күрше Удмурд Республикаһынан килтергәндәр. Асҡын магазиндарына үҙҙәрендә етештерелгән һөт, эремсек һәм кефир сығаралар. Ошо көндәрҙә “Төлгөҙ” кооперативы “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сертификаты алып ҡыуанған. Ғилемшиндарҙың миҫалында ғына хыялдарҙың тормошҡа ашыуына йәнә бер инанырға мөмкин.
Фото: Эльза менән Илнур Ғилемшиндарҙың ғаилә архивы.