“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы үтте. Унда ведомствоның 2021 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде.
Дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов ведомствоның бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, шулай уҡ эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында ентекләп һөйләне.
- 2020 йыл менән сағыштырғанда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 3,9 процентҡа артты һәм яҡынса 127 мең эшҡыуар тәшкил итте, - тип билдәләне ул. - Эшҡыуарҙар һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 11-се урында тора. Шулай уҡ үҙмәшғүлдәр һаны 2,5 тапҡырға артып, 72,6 меңгә етте. Мәшғүл халыҡтың дүрттән бер өлөшөнән күберәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләй.
Ведомство етәксеһе социаль эшҡыуарлыҡ темаһына айырым иғтибар бүлде.
- Илебеҙ эшҡыуарлығын үҫтереү күберәк социаль әһәмиәткә эйә була бара, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, йыл башынан республикала социаль эшҡыуарҙар һаны 76 процентҡа артҡан һәм 338 берәмек тәшкил иткән. Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһында икенсе урында торабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Нияз Фазылов.
2021 йылда Башҡортостан Республикаһында бизнес өсөн көрсөккә ҡаршы ярҙам саралары, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә ҡаралған саралар эшҡыуарлыҡ күрһәткестәре үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларға ярашлы, тура финанс ярҙамы алыусылар һаны – 600 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүл, субсидиялар суммаһы 201,4 миллион һум тәшкил иткән. 116 социаль эшҡыуар 47,5 миллион һумға грант алған.
2021 йылда республикалағы “Минең бизнесым” үҙәге 19 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән һәм 140 сара уҙғарған. Салауатта, Бәләбәйҙә һәм Учалыла үҙәктең өҫтәмә офистары барлыҡҡа килгән, был төбәк эшҡыуарҙарының дөйөм һанын 65 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек биргән.
Йомғаҡлау сараһы аҙағында бүләкләү тантанаһы үтте. Бизнес-шәрифтәр араһында тәүге тапҡыр бер йыл эсендә уларҙың эшмәкәрлегенең интеграль рейтингы төҙөлөп, уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы муниципаль берәмектәр билдәләнде. Эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн эшҡыуарҙарға һәм Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының хөкүмәт наградалары тапшырылды.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru