Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
1 Март 2022, 10:00

Тегенсенең ҡулдарында уймағы уйнап тора...

Был һөнәргә ихтыяж һәр саҡ ҙур, ул бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай.

Тегенсенең ҡулдарында уймағы уйнап тора...
Тегенсенең ҡулдарында уймағы уйнап тора...

Бала саҡтан ҡурсаҡтарына кейем тегергә яратҡан Рәфиә Солтанованың тегенсе булып китеүе осраҡлы түгел. Мәктәпте тамамлағас, документтарын һис бер  икеләнеүһеҙ Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә тапшыра.

Күңеленә оҡшаған һөнәргә өйрәнеү уға еңел бирелә. Ҡулына диплом алғас, дүрт йыл ҡаланың “Интерьер” ателье-магазинында эшләй. Тырыш ҡыҙыҡай заказ буйынса һатып алыусыларға төрлө әйберҙәр тегә. Рәфиә Рамазан ҡыҙына бигерәк тә пәрҙәләр менән эш итеү оҡшай. Интернет селтәрендә дизайн, тегеү-нағышлау серҙәре менән таныша, заманса ламбрекен яһау буйынса махсуслаша. 

Тормошҡа сыҡҡас, йәштәр тыуған яҡтарына ҡайта. Игеҙәктәре Әлмира менән Әмиргә өс йәш тулғас, йәш әсә үҙ эшен асыу тураһында хыяллана. Ниәтен яҡындарына белдергәс, улар теләгенә ҡаршы килмәй, киреһенсә, бар яҡлап ярҙам итәсәктәрен белдерә. Район хакимиәте етәкселеге йәш эшҡыуарға үҙ эшен асыусыларға тәғәйенләнгән 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүлә. Был аҡсаға Рәфиә Японияла етештерелгән сифатлы теген машиналары һатып ала һәм элекке дауахананың буш торған бинаһының ике бүлмәһен ҡуртымға алып, теген цехы асыуға өлгәшә.

- Туҡымаларҙы Магнитогорск ҡалаһынан күмәртәләп һатып алам, күберәк заказ буйынса тегәбеҙ. Халыҡ һатып алған әйберҙәрен ҡыҫҡартырға, йүнәттерергә, замогын алмаштырырға алып килә. Шулай уҡ сәхнә өсөн башҡорт милли кейемдәренә заказ ҡабул итәбеҙ. Ауылдаштар әлегә ярыша-ярыша тәҙрә ҡорғандары, ламбрекендар, түшәк кәрәк-яраҡтарын тектерә. Шулай уҡ күрше Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан милли  башҡорт кейеменә заказ биреүселәр бар, тик ултырырға ваҡыт юҡ, - тип йылмая йәш эшҡыуар.

Ағасты - япраҡ, кешене сепрәк биҙәй, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөн һәр кем матур кейенергә, ыҫпай һәм бөхтә күренергә, шулай уҡ моданан ҡалышмаҫҡа тырыша. Әммә барыһы ла үҙенең кәүҙә төҙөлөшөнә тап килгән кейем-һалымды кибеттәрҙән йәки баҙарҙан таба алмай. Тап ундайҙарға тегенсе ярҙамы һәм кәңәше талап ителә лә инде.

Әйткәндәй, илдә барған киҫкен хәл, атап әйткәндә, коронавирустың таралыуы йәнә бер тапҡыр эшсе һөнәрҙәрҙең һәр саҡ кәрәк булыуын күрһәтте. Тегенсе һөнәренә ихтыяж һәр саҡ ҙур, ул бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай.

Бөгөн йәш эшҡыуар Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ғүмере буйы тегенсе булып эшләгән Фәниә Таҡалованы ярҙамға алып, яратҡан эштәре менән булыша, халыҡҡа матурлыҡ бүләк итеүен дауам итә.

Автор фотоһы.

           

         

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: