Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
12 Март 2022, 17:30

Белеп тороғоҙ!

Республика эшҡыуарҙары ағымдағы йылдың 4 мартынан ғәмәлдәге бурыстары өсөн алты айға тиклем кредит каникулы юллай ала.

Белеп тороғоҙ!
Белеп тороғоҙ!

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан, үҙмәшғүлдәрҙән түләүҙәр буйынса ғаризаларҙы “Башҡортостан микрокредит компанияһы” (“Башкирская микрокредитная компания”) ҡабул итә.

Ғаризаны  2022 йылдың 30 сентябренә тиклем дистанциялы — электрон рәүештә centerrb.ru сайтында бирергә була.

Бығаса эшҡыуарлыҡ микрозаймы буйынса төҙөлгән килешеүҙәр тәүшарттарҙа ғәмәлдә ҡала һәм процент ставкалары үҙгәрмәй.

Эшҡыуарылыҡҡа күрһәтелгән ярҙам саралары хаҡында тулыраҡ “Минең бизнес”  (“Мой бизнес”) үҙәгенең рәсми сайтында  (cmbrb.ru)

йәки 8 (347) 224-99-99 телефоны буйынса белешергә мөмикн.

Тағы ла күберәк мәғлүмәт – объясняем.рф сайтында.

#Объясняем_Башкортостан #ОбъясняемРФ

Фото рәсми сығанаҡтан.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: