Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Март 2022, 17:30

Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!

Сит ил үҙ тауарҙарына санкция индергән ваҡытта ауыл йүнселдәре үҙҙәре үҫтергән сифатлы йәшелсәләрен тәҡдим итә.

Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!
Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылының уңған йүнселдәренең  береһе Сурин Мансур Харис улы  хаҡында гәзит биттәрендә яҙғаным бар. Ул ун биш йыллап теплицала ҡыяр үҫтерә. Утын-маҙарҙы көҙҙән әҙерләп ҡуйһа, яҙға әҙерлекте Мансур Харис улы Яңы йыл байрамы үтеү менән башлай. Тәүҙә орлоҡ, теплицаны ҡаплар өсөн пленка хәстәрләй. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә пленканы ҡатлап үтек менән йәбештерә. Унан инде теплица урынын ҡарҙан әрсеп теплицаһын көпләп ҡуя. Артабан инде мейесенә ут яғып ерҙе йылыта, түтәлдәр эшләүгә күсә. Йыл һайын төрлөсә сәсеп ҡарай, ҡулайлы алымдар менән ҡыҙыҡһына. Теплицаһында ҡыярҙан тыш помидорҙар, сәскә, хатта виноград үҫентеләре лә була. Был эштәрҙең барыһын да яңғыҙ ғына атҡарып сығыу ауыр, шуға күрә ауылдаштары, күрше-тирәһе һәм туғандары ярҙамға килә уға. Март айы тыуыу менән өмә уҙғарып, теплицаһын ябыу эше менән мәшғүл улар.
Бына оҙаҡламай Мансур ағайҙың теплицаһында йәшел үҫентеләр морон төртөр... Тиҙҙән, ауылдаштарын ҡыуандырып, Мансур ағайҙың егәрле ҡулдары менән үҫтерелгән ҡыярҙар һатыуға сығыр, район үҙәгенә лә барып етер. Иҫәнлек-һаулыҡта үҫтерергә, мул уңыштар алырға яҙһын һеҙгә!!!

Сит илдәр үҙ тауарҙарына көн һайын санкция иғлан иткәндә, тап Мансур Сурин кеүек йүнселдәрҙең үҫтергән йәшелсәләре һатыу нөктәләренә, ниһайәт сыға аласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.

Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!
Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!
Тиҙҙән Вәзәм уңғанының ҡыяры өлгөрә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: