Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Март 2022, 13:30

Йүнселдәргә ярҙам саралары тураһында һөйләйҙәр

Матбуғат конференцияһын онлайн тәртибендә ҡарарға мөмкин.

Йүнселдәргә ярҙам саралары тураһында һөйләйҙәр
Йүнселдәргә ярҙам саралары тураһында һөйләйҙәр

24 мартта 14 сәғәт 30 минутта Башҡортостандағы күп функциялы үҙәктең төп офисында (Өфө ҡалаһы, Яңы Күпер урамы, 8) республикала бизнесҡа көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларына арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә. Осрашыуҙа иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өлкәһендәге яңылыҡтар, шулай уҡ күп йүнәлешле үҙәк офистарында эшҡыуарлыҡ субъекттарына консультация ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡарала.

Сараның спикерҙары – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, республикалағы күп йүнәлешле үҙәк директоры Наталья Куприянова, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева.

Матбуғат конференцияһын “Минең документтарым" үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөндә (https://vk.com/mfcbashkortostan) онлайн тәртибендә ҡарарға мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, 16 марттан Башҡортостан Республикаһының бөтә күп функциялы үҙәк офистарында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарына төбәктә тормошҡа ашырылған көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса хеҙмәт күрһәтелә. Консультацияны “Минең документтарым” офисына шәхсән мөрәжәғәт итеп, бәйләнеш үҙәге телефоны аша йәки күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында “Һеҙҙең онлайн-консультант” бүлегендә алырға мөмкин.

Әйткәндәй, республикала тормошҡа ашырлған эшҡыуарҙарға ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, милли проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: