Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
25 Март 2022, 13:15

Йәрмәкәй йүнселе ярма етештерә

Бөгөн иһә был айырыуса актуаль мәсьәлә.

Йәрмәкәй йүнселе ярма етештерә
Йәрмәкәй йүнселе ярма етештерә

Мәғлүм булыуынса, ниндәй генә иҡтисади хәл булмаһын, ярмаға һәр саҡ ихтыяж ҙур. Бөгөн иһә был айырыуса актуаль мәсьәлә.

Йәрмәкәй районы бизнес-шерифы Эльвира Миғәсимова хәбәр итеүенсә, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Айрат Ғәлиәхмәт улы Миңләхмәтов дәүләт ярҙамы менән Йәрмәкәй районында ярма етештерә башланы.

Ярма цехын асыу проекты 2020 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Унда Айрат Миңләхмәтовҡа дәүләт һәм муниципаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирәләр. Эшҡыуар 2020 йыл аҙағында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы грантын ала. Финанс ярҙамына ул ҡеүәте сменаһына һигеҙ тонна тәшкил иткән ярма продукцияһын сорттарға айырыу һәм фасофкалау буйынса ҡорамал һатып ала.

Цехта арпа, бойҙай ярмалары, борсаҡ эшкәртелә. Айрат Ғәлиәхмәт улы үҙенең һәм башҡа йүнселдәрҙән һатып алынған сеймалды файҙалана. Продукцияға ихтыяж ҙур. Нигеҙҙә, уны Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан һатып алалар.

Эшҡыуар киләсәктә ҡорамалдарҙы яңыртырға, етештереүҙе киңәйтергә,  әҙер продукцияны ҙур булмаған  күләмдә фасовкаларға ниәтләй. Уға уңыштар теләйек!

Бизнес-проекттарын тормошҡа ашырырға йәки консультация алырға теләгәндәрҙе Йәрмәкәй районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәренә саҡыралар. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың рәсми инвестиция порталы аша (https://investrb.ru) яҙылырға кәрәк.

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

Фото: ok.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: