Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
1 Апрель 2022, 13:20

Йүнселдәр ниндәй ярҙамдан файҙалана ала?

Башҡортостан эшҡыуарҙарына 30 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Йүнселдәр ниндәй ярҙамдан файҙалана ала?
Йүнселдәр ниндәй ярҙамдан файҙалана ала?

Бәләкәй һәм урта бизнес бөгөн ҡатмарлы осор кисерә. Йүнселдәр коронавирус пандемияһынан һуң нығынып өлгөрмәне, валюта курсының ҡырҡа күтәрелеүе арҡаһында яңы көрсөк башланды.

Дәүләт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына етди ярҙам сараларын ғәмәлгә индерә. Башҡортостан йүнселдәренә көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы күләме 30 миллиард һум тәшкил итәсәк – был 200-гә яҡын сара.

2021 йылда ярҙам сараларына Башҡортостан бизнесынан 7527 ғариза килгән. 5551 эшҡыуар ошондай ярҙамға эйә булған. 2022 йылда уларҙың һаны һиҙелерлек артасаҡ.

Йүнселдәр ниндәй ярҙам сараларынан файҙалана алыуын investrb.ru инвестиция порталынан белергә мөмкин. Йәнә – беҙҙең видеонан. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенең “Сәләм” программаһындағы тапшырыуы ҡунағы – “Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Марсель Кашаев.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Башҡортостан Республикаһындағы “Минең бизнесым” үҙәгенең +7 (347) 224-99-99 телефоны аша бирергә мөмкин.

Барығыҙға ла эш аҙнаһының уңышлы тамамланыуын һәм бизнеста уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: