Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
3 Апрель 2022, 11:00

Өфө егеттәре "тәгәрмәсле йорт" эшләй башлаған

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яҙҙы.

Өфө егеттәре "тәгәрмәсле йорт" эшләй башлаған
Өфө егеттәре "тәгәрмәсле йорт" эшләй башлаған

Рәсәйгә көн һайын тиерлек сит илдән индерелгән санкциялар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә, төрлө әйберҙәргә генә түгел, ә урындағы эшҡыуарҙарҙың үҫешенә лә ҙур йоғонто яһаны. Ниһайәт, уларҙың етештергән продукцияһына ихтыяж артты.

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә тап шундай йүнселдәр хаҡында яҙҙы.

""Тәгәрмәсле йорт"тарҙы "Kami camper" компанияһынан беҙҙең Өфө егеттәре эшләй башланы. Атап әйткәндә, был автомобилдәр өсөн прицеп, уны алыҫҡа сәйәхәт иткәндә файҙаланырға мөмкин. Сит илдә транспорттың был төрө бик популяр, Рәсәйҙә ундайҙар әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Идея авторҙары белдереүенсә, уларҙың "тәгәрмәсле йорт"тары йылы һәм еңел. Эсендә бар уңайлыҡтар булдырылған, ҡояш панелдәрен урынлаштырырға ла мөмкин, улар үҙ сиратында электр энергияһы бирәсәк.

"Прицеп-йорт"тарҙы ҡуртымға алырға мөмкин, улар менән Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә лә була. Минеңсә, кемдәр "ҡырағай" туризмды үҙ итә, уларға бигерәк тә ҡулай буласаҡ.

Бер яҡтан яҡшы реклама килеп сыҡһа, икенсенән - сәйәхәт итергә яратҡандарға бик яҡшы альтернатива, тимәк, эске туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм текст сығанағы: Радий Хәбировтың "Бәйләнәнештә"ге сәхифәһе.

Өфө егеттәре "тәгәрмәсле йорт" эшләй башлаған
Өфө егеттәре "тәгәрмәсле йорт" эшләй башлаған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: