Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Апрель 2022, 11:30

Һәр йортҡа - йәйен!

Быйыл февралдә Ҡариҙелдә кларин йәйенен үҫтереү буйынса акваферма асылды

Һәр йортҡа - йәйен!
Һәр йортҡа - йәйен!

Эльвира Несмиянованың “Һәр йортҡа йәйен” тип аталған акваферма проектын 2019 йылдың ноябрендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашлығындағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында үткән эш кәңәшмәһендә ҡарағандар. Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн муниципаль программа сиктәрендә ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылда Эльвира Әснәф ҡыҙы республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса “Агростартап” грант проекты сиктәрендә лә ярҙам алған.

“Балыҡ менән аралашыу нервыларҙы бик тынысландыра”, – тип билдәләй фермер Эльвира Несмиянова. Киләсәктә был эше уға яҡшы табыш килтерәсәк. Үҙенең йәйендәрен килограмын 400-шәр һумдан һатасаҡ. Ни бары балыҡтың үҫкәнен генә көтөргә кәрәк. Әле уның ун мең самаһы балағы бар. Улар йәйгә үҫеп етергә тейеш.

– Ирем һаҙан үрсетергә хыяллана ине, тик ул быуала йәшәй торған балыҡ. Мин балыҡсылыҡҡа махсус рәүештә аграр университетта уҡыуҙа булдым, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Улар беҙҙе ошо балыҡ менән таныштырҙы, уларҙың уңышлы яҡтарын аңлатты. Шуға күрә йәйенде һайларға булдыҡ, – тип һөйләй эшҡыуар. – Йәйендең берҙән-бер кире яғы – улар йылы ярата, тимәк энергия ресурстарына сығымдар ҙур. Әле һыуҙы газ менән йылытабыҙ. Башҡа яҡтан балыҡтың әллә ни ауырлығы юҡ.

Шулай уҡ ем өсөн аҡса күп китә. Бер килограммы 100 һумдан ашыу. Ун мең йәйенде ашатыу өсөн 800 мең һум аҡса кәрәк.

Проект сиктәрендә эшҡыуар ябыҡ һыу тәьминәте системаларында яһалма бассейндарҙа кларий (африка) йәйенен үрсетә башлаған. Бындай системаларҙа балыҡ үрсетеү, мал аҙығы биреү, ҡулланылған һыуҙы алмаштырыу, балыҡ өсөн туҡлыҡлы элементтарҙы тергеҙеү, билдәле бер температуралағы һыуҙы һаҡлау һәм уны таҙартыу, кислород менән туйындырыу процесы автоматик режимда башҡарыла. Фермала булдырылған шарттар дүрт цикл сиктәрендә йылына 10 тоннаға тиклем әҙер продукция сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

Эшҡыуар булған бинаны йүнәтергә, һыуытҡыс ҡорамалдар ҡуйырға һәм яңы цехтар асырға ниәтләй. Шулай уҡ һатыу өсөн Эльвира Әснәф ҡыҙы консервалар, балыҡ фаршы һәм ярымфабрикаттар етештерергә ниәтләй. Яҡташтары эшҡыуарҙарының ошондай ҡыҙыҡлы проектын ҙур шатлыҡ менән күҙәтеп бара.

Фото: Видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: