Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Апрель 2022, 16:05

Агросәнәғәт комплексы йылдам үҫешә

Башҡортостан ваҡытынан алда аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрҙе

Агросәнәғәт комплексы йылдам үҫешә
Агросәнәғәт комплексы йылдам үҫешә

Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта (тура эфир) Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида” агросәнәғәт компанияһының генераль директоры Евгений Пожидаев ҡатнашты.

– Башҡортостан ваҡытынан алда аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрҙе, – тине Евгений Пожидаев. – Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу төбәк программаһы үҫешкә көслө йоғонто яһай.

Әйткәндәй, Евгений Пожидаев үҙҙәрендәге һөтсөлөк комплексынан тура бәйләнешкә сыҡты.

– Бына был беҙҙең заманса малсылыҡ корпусы, ул да ошо программа нигеҙендә төҙөлдө, – тине хужалыҡ рәйесе. – Уны төҙөгәндә сығымдарҙың бер өлөшөн республика бюджеты ҡапланы.

Евгений Пожидаев һөйләүенсә, әле уның янында тағы ла бер малсылыҡ корпусы төҙөлә башлаған. Ул һәр төрлө ярҙам тураһында республикабыҙҙың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан белә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә аграрийҙарға сығымдың 50 проценты кире ҡайтарыла. 2022 йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә 280 миллион һум аҡса бирелгән.  

Фото: aniskin1968.livejournal.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: