Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Апрель 2022, 15:50

Барыһы ла – йәш эшҡыуарҙар өсөн

Быйылдан йәш эшҡыуарҙар өсөн грант – финанс ярҙамдың яңы төрө булдырылды

Барыһы ла – йәш эшҡыуарҙар өсөн
Барыһы ла – йәш эшҡыуарҙар өсөн

Санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисад ни рәүешле үҫеш кисерер? Ошо турала Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг (тура эфир) ойошторолдо. Һөйләшеүгә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илнур Таҡтаев ҡушылды.

– Быйылдан йәш эшҡыуарҙар өсөн грант – финанс ярҙамдың яңы төрө булдырылды, – тине Илнур Таҡтаев. – “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты нигеҙендә махсус программа тормошҡа ашырыла. Унда 25 йәшкә хәтлемге эшҡыуарҙарға конкурс нигеҙендә аҡса бүлеү ҡаралған. Төп шарты – йәше 25 йәшкә тиклем булыуҙан айырмалы, эшҡыуар мәғариф программаһы буйынса уҡыуҙар үтергә бурыслы һәм бюджетҡа түләүҙәрҙә бурысы булмаҫҡа тейеш.

Илнур Таҡтаев билдәләүенсә, бындай ярҙам йәштәргә үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыу өсөн булдырылған. Грантты шәхси эшҡыуарҙарҙар ҙа, предприятиеның учредителдәре лә ала ала. Грант суммаһы – 100 меңдән 500 мең һумға тиклем, шуныһы, проект күләменең 25 процентын был кеше үҙе ҡапларға тейеш.

Фото: simferopol.reklama-crimea.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: