Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
22 Апрель 2022, 09:49

Бәхетте тыуған ерҙә тапҡандар

Ваһаповтар үҙ эшмәкәрлегендә төп иғтибарҙы сифатҡа бирә.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәгән Айгөл һәм Илгиз Ваһаповтарҙы ауылдаштары эшһөйәр ғаилә, уңышлы эшҡыуарҙар булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Уларҙың шәхси цехында етештерелгән итле ярымфабрикаттарҙы хәҙер инде Ишембай халҡы ғына түгел, күрше райондар, хатта Өфө ҡулланыусылары ла яҡшы белә һәм теләп һатып ала.

БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған Айгөл менән юғары белемле технолог һөнәренә эйә Илгиз тәүҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә төпләнә. Икеһенең дә яҡшы ғына эше була. Әммә көндәрҙән бер көндө тынғыһыҙ йәнле, һәр ваҡыт үҫешкә, яңылыҡҡа ынтылған Айгөл үҙ эшен асыу теләге менән яна башлай.

– Әлбиттә, бер үҙем был эшкә тотонорға батырсылыҡ итмәҫ инем. Илгиз менән ниәттәребеҙҙең уртаҡ, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булы­уыбыҙ һөҙөмтәһе был, – ти Айгөл Айҙар ҡыҙы. Өҫтәүенә башланғыс­ты атаһы – малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнгән фермер Айҙар Әмир улы Тимерәшев тә хуплай. Шулай итеп, 2011 йылдың апрелендә Ваһаповтар эшҡыуар булараҡ теркәлеп, изге ниәттәрен бойомға ашырыуға тотона. 

Бөгөн уларҙың цехында тиҫтә­нән ашыу кеше эшләй. “Коллектив берҙәм, татыу. Бында эш башлауы­ма ун йыл булып китте. Айгөл ме­нән Илгиздең эшселәр хаҡында хәстәрлек күреүен, шарттар булдырыуын билдәләп үтер инем. Хеҙмәт хаҡы арыу, ваҡытында түләнә. Хәҙер инде улым Вилдан менән ҡыҙым Роза ла ошонда эшләй. Ваҡытында аҡсаһын алып, берҙәм, татыу коллективта эшләү күңелле”, – тип һөйләне иң ҙур стажлы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе Рәмилә Нәҙер ҡыҙы Яхина.

Айгөл Айҙар ҡыҙы эшселәренең һәр береһе – Рәмилә Яхина, Тән­зилә Ибраһимова, Роза Рәхмәтул­лина, Бибинур Сәйфетдинова, Хәлиҙә Камалова, Эльвина Насирова, Гөлнара Ишкинина, Вилдан Яхин тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә еткерҙе.

Бындай эшмәкәрлектә аш-һыуға оҫталыҡ та, тәбиғәттән бирелгән талапсанлыҡ та кәрәк. Тауар ассортиментын байытыу йәһәтенән дә маҡсатлы эш алып бара Ваһаповтар. Технолог һөнәренә эйә булған Илгиздең белеме бик ярҙам итә. Әле улар һигеҙ төрлө билмән, ике төрлө манты, кәтлит, колбаса ризыҡтары, ваҡ бәлеш, чебурек кеүек ҡамыр аштары, ҡаҙылыҡ тәҡдим итә. Башлыса урындағы етештереүселәрҙең сеймалына, йәғни экологик йәһәттән таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирәләр, был йәһәттән Айгөлдөң атаһының хужалығы ла –  ҙур таяныс.

Ваһаповтарҙың продукцияһы Ишембай ҡалаһында үҙҙәренең “Итле шатлыҡ” магазиндарында, шулай уҡ “Нур”, “Баҙлауыҡ”, “Тирмәкәй” сауҙа нөктәләрендә, Ишәй, Петровский, Түбәнге Әрмет, Яңы Әрмет, Яңы Әптек ауылдарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм районында һатыла. Йылдан-йыл һатыу даирәһен киңәйтеп, бөгөн Өфөлә лә һигеҙ нөктәгә үҙ продукцияһын илтәләр. Зубов (“Һабантуй”), Башҡортостан сәскәләре ҡасабаларында (өс сауҙа нөктәһе), Өфө ҡалаһында (Обь урамы, 6К; Рәсәй урамы, 169/1; Тыныслыҡ урамы, 49; Мушников урамы, 9Б) улар етештергән тәмле билмән-мантыларҙы, башҡа төрлө ит ризыҡтарын һатып алырға мөмкин. Баш ҡала халҡы уларҙың продукцияһын “Ишембай билмәне” тип эҙләп ала икән.

Егәрле, маҡсатлы йәштәрҙең эшмәкәрлекте киңәйтеү йәһәтенән дә пландары ҙур. Әлеге ваҡытта майҙаны 300 квадрат метрға тиң яңы цех төҙөлөү өҫтөндә. “Унда күсһәк, колбаса, сосиски кеүек ризыҡтар линияһына иғтибарҙы арттырырға уйлайбыҙ. Барыһы ла тәбиғи, сифатлы буласаҡ. Әле лә эшебеҙҙә төп иғтибарҙы шуға бирәбеҙ, сөнки тәмле ризыҡты халыҡ һәр ваҡыт теләп һатып ала”, – ти Айгөл Айҙар ҡыҙы.

“Ҡала ерендә төпләнеп, эшле булғанһығыҙ. Ауылға ҡайтыуығыҙға үкенмәйһегеҙме?” – тип һорайым Айгөлдән. “Юҡ, һис тә үкенмәйем. Үҙебеҙ һайлаған юл”, – тип яуап­ланы ул. Матур итеп йорт һалып ингән Ваһаповтар. Ғаиләнең ҡыуанысы-йыуанысы булып Айгиз исемле улдары үҫә.

“Эшҡыуарлыҡ – еңел тармаҡ түгел. Бында ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй эшләргә, ял тураһында оноторға тура килә. Уның ҡарауы, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәләрен, эшеңдең алға барыуын күреү, шулай уҡ һатып алыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү дәртләндерә, яңы маҡсаттарға ҡанатландыра”, – тине хушлашҡанда Ваһаповтар. Ә беҙ уларға эштәренең һәр ваҡыт уң булыуын теләнек.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

 

Реклама

Читайте нас: