Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
14 Май 2022, 19:03

Нәҫеленән килә был һәләт

Беренсе урынға кешелеклелекте ҡуя белә.

Донъя шулай яратылған – үҙенең һынауҙарын ебәреп кенә тора. Уларҙы еңгән һайын нығына, көсәйә бараһың, тормош тигән ҙур диңгеҙҙә батмай йөҙөргә өйрәнәһең. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноу һәр ҡайһыбыҙҙың ҡулынан килмәй, уға барыһының да теше үтмәй. Төрлө шарттарҙа ла юғалып ҡалмауҙы, тиҙ генә ҡарар ҡабул итә белеүҙе, ҙур ихтыяр көсө талап итә ул. Ишембай ҡыҙы эшҡыуар Лилиә Арыҫланбаева – ана шундай көслө рухлы, уңышлы ҡатын-ҡыҙ.

 

Эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙым

 

Аҙнай ауылында Фәниә менән Хәйбулла Кинйәғоловтарҙың биш балалы ғаиләһендә донъяға килә ул. Тәүҙә мәктәп, һуңынан техникум тамамлай. Тормош юлының башы күптәребеҙҙеке һымаҡ. Фабрикаға эшкә урынлашып, хеҙмәт юлы башланыуға тура килә 1990 йыл­дарҙағы ауырлыҡтар: эштә ҡыҫҡар­тылыуҙар, аҡсаһыҙлыҡ йәнгә тейә, ләкин бала сағынан эшкә өйрәнеп, хеҙмәттә сынығып үҫкән Аҙнай ҡыҙы юғалып ҡалмай, нисек тә яйын табырға тырыша. Сараһыҙҙан үҙ эшен асып, ҡала баҙарында аҙыҡ-түлек менән һатыу итә башлай. Йылдар үткәс, үҙенең уңышлы эшҡыуар булып китерен күҙ алдына ла килтермәгәндер әле ул мәлдә.

– Аҡса юҡ осор. Әлеге һымаҡ аҙыҡ-түлек ташыу өсөн ҙур “ГАЗель”дәр ҙә булманы. Еңел машина яллап, Стәрленән аҙыҡ-түлек алып ҡайтам. Унда алты тоҡтан да күп һыймай, шуға көн һайын йөрөргә тура килә. Шулай итеп, баҙарҙа 10 йыллап һатыу иттем. Был эш миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Кеше менән һөйләшергә, документтар эшен алып барырға өйрәтте, – ти эшҡыуарлыҡҡа яһаған тәүге аҙымдары тураһында Лилиә Хәйбулла ҡыҙы.

Икенсе ҡалала дуҫтарының күмәртәләп сауҙа итеү магазинын асыуын күреп, тиҙҙән ул да ошо өлгөгә эйәрә. Бер бинаны ҡуртымға алып, яңы йүнәлештә эш башлай – аҙыҡ-түлек һатыуға керешә. Эшҡыуарлыҡ машина руленә ултырырға ла мәжбүр итә.

– Автомобилһеҙ булмай. Иң тәүҙә артына йөк һалырлыҡ бәлә­кәй генә еңел машина алып ебәр­ҙем, халыҡ телендә уны “пирожок” тиҙәр, водитель ялланым, ләкин гел генә кешене көтөп ултырып булмай. Үҙемә машина йөрөтөргә өйрәнергә тура килде. Компью­терҙы белеү ҙә эштәге мөһим талапҡа әүерелде. Бының өсөн махсус курста уҡып, ошо өлкәлә лә белем тупланым, – ти эшҡыуар.

Ҡыҙыҡлы бер ваҡиғаны ла һөйләп алды әңгәмәсем.

– Ул заманда машина йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар һирәк була торғайны. “Пирожок” һатып алғас, ауылға машинала ҡайтып төштөм. Өйгә килеп инһәм, ҡәйнәм “Кем менән ҡайттың?” тип һорай. “Үҙем” тип яуаплайым. Ышанмай, тышҡа сығып, ҡарап йөрөп тә инде. Ҡатын-ҡыҙҙың машина йөрөтөүе оло кешегә ят күренеш тойолғандыр инде, – хәҙер йылмайып иҫкә төшөрә ул мәлдәрҙе Лилиә Хәйбулла ҡыҙы.

Тырышҡан һайын эш ырай. Арманһыҙ булып кис арып ҡайтһа ла, иртәгәһенә йәнә көсөргәнешле эш көтә. Ә тиҫтә йыл самаһы элек үҙенә бина һатып алыуға өлгәшә. Ишембай ҡалаһында Богдан Хмельницкий урамындағы 5-а һанлы йортто алып, уны ремонтлап, тағы ла тырышыбыраҡ эшкә керешә. Он, шәкәр, макарон ризыҡтары һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатыу гөрләп бара. “ГАЗель” һатып алғас, эше тағы ла ыңғайға китә.

 

Кәрәк саҡта үҙе водитель дә, һатыусы ла

 

Эшҡыуар баҙарҙағы бөтә хәлде белеп, күреп-тойоп торорға тейеш. Тармаҡта юғалып ҡалмау, бөлгөнлөккә төшмәү өсөн кәрәк булған иң төп сифаттар былар. Лилиә Арыҫланбаева ла селтәр магазиндары күпләп асыла башлағас, ҡатнаш, махсус аҙыҡ һымаҡ мал аҙыҡтарын һатыуҙы ойоштороп ебәрә. Был уға килемде юғалтмаҫҡа, сауҙа баҙарында сафта ҡалырға булышлыҡ итә.

Эшҡыуар эште дөрөҫ итеп ойоштора белеүсе генә түгел, кәрәк саҡта һатыусыны ла алмаштыра, водитель булмағанда машинаға ултырып, аҙыҡ-түлек артынан да сығып китергә тура килә.

– Күмәртәләп сауҙа итеү магазинына ауылдарҙан күпләп килә­ләр. Даими һатып алыусыларыбыҙ күп, улар хәҙер күптәнге таныштарыбыҙға әүерелеп бөткән, һәр береһенә иғтибарлыбыҙ, талаптарын үтәргә тырышабыҙ. Ҡайһылары үҙҙәренең бөтә проб­лемаларын һөйләп, күңел серҙәрен бушатып китә. Кәрәк саҡта кәңәш биреүсе лә беҙ. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ аҡса эшләүҙе маҡсат итһә лә, минең өсөн беренсе урында кешелекле булып ҡалыу мөһим, сөнки намыҫһыҙлыҡ менән йыраҡ китеп булмағанды беләм. Кеше хаҡына кермәһәң, Аллаһ Тәғәлә үҙе юлыңа сығарып бирә, бары тик тырышырға, ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Хәҙер эшләүе лә күпкә еңелерәк. Элекке һымаҡ ҡулаҡса менән йөрөргә түгел, күсереү мөмкинлеге лә уңайлы, – тип эш үҙенсә­лектәрен әйтеп үтте замандашым.

 

Ҡарт олатаһы ла сауҙагәр булған

 

Эшҡыуар булыу өсөн таһыллыҡ, тәүәккәллек кәрәк. Лилиә Хәйбулла ҡыҙының өләсәһенең атаһы Әхмәҙулла ла сауҙәгәр булған. Бесәнен “Үҙем Хажинский, бесәнем йәшелски” тип һамаҡлап һатҡанын ауылдаштары оҙаҡ онотмай һөйләй. Ғөмүмән, туғандары ла хәлле йәшәгән. Олатаһының бер туған ағаһын, кулак тип, йортон тартып алып, мәктәп иткәндәр. Лилиә Хәйбулла ҡыҙы өләсәһе Миңлеҡәмәр тураһында ла матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:

– Олатайым һуғышҡа киткәс, өләсәйем ике бала менән тороп ҡалған. Балаларын кеше итер өсөн ул көндө төнгә ялғап эшләй. “Миңлеҡәмәр иртән 4-тә тороп, төнгө 12-лә ятыр. Бер тиндән дә ике тин эшләр”, – ти уның тураһында күршеләре.

Ана шул сауҙа эшенә оҫталыҡ артабанғы быуынға ла күскән, тип һис икеләнмәй әйтә алабыҙ, сөнки Лилиә Арыҫланбаеваның бер туған апаһы ла – ҡалала билдәле эшҡыуар. Уның икмәк бешереү цехы тураһында тирә-яҡта ишетмәгән кеше юҡ.

Лилиә Хәйбулла ҡыҙын яҡташтары күберәк уңышлы йүнсел тип белә. Уның бәхетле әсәй, өләсәй булыуын да билдәләмәү мөмкин түгел. Улы Азат, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, әлеге көндә билдәле травматолог, килене лә һаулыҡ һағында хеҙмәт итә, балалар табибы. Ейәне менән ейәнсәре – Лилиә Хәйбулла ҡыҙының тормошоноң биҙәге. “Улым менән киленем бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңлап тора. Күҙ теймәһен. Балаларым, туғандарым – минең иң ҙур бәхетем”, – тип йылмая ул.

 

Баланы аҡса эшләргә өйрәтеү – ата-әсә бурысы

 

Эшҡыуарҙың буш ваҡыты ҡал­май тиерлек, ләкин бала тәрбиә­ләүгә уның үҙ ҡарашы булыуын белдек.

– Баланы аҡса менән иркәләргә ярамай. Һин был донъянан китеп барһаң, ул да аҡсаһыҙ ҡаласаҡ. Йәштән нисек аҡса эшләргә, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа – шуға өйрәтергә кәрәк. Аҡсаның хеҙмәт менән яуланыуын, еңел генә килмәүен бәләкәйҙән белеп, аңлап үҫергә тейеш, тигән фекерҙәмен.

Улым да мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ сауҙа эшендә ярҙамлашып йөрөнө. Үҫә төшкәс, тоғон да ташыны, эштән ҡурҡып торманы. Бөгөнгө ата-әсәләрҙең хатаһы – аҡса бар икән, бөтә нәмә хәл ителгән, тип уйлауҙары, – тигән кәңәштәре лә күптәребеҙгә тик файҙаға булыр.

Эше ни тиклем көсөргәнешле булмаһын, яҡындарына, ғаиләһенә иғтибар бүлергә ваҡыт таба Лилиә Арыҫланбаева. Башҡортостандың күркәм тәбиғәт урындарына йөрөргә ярата – Нөгөш, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм башҡа урындарҙы үҙ итә. “Унан ҡанатланып,үҙемә әллә күпме көс-ҡеүәт алып ҡайтам”, – ти ул. Ҡытай, Вьетнам, Таиланд, Төркиә кеүек сит илдәрҙә лә булырға өлгөргән, яңыраҡ Мысырға барған. Унда сәйәхәт иткәндә шул тарафтарҙа һатыу эшенең нисек ойошторолоуын күреп, өйрәнеп йөрөгән.

Күңеленән эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләп тә, ҡыймағандарға әңгәмәсемдең үҙ кәңәше:

– Эшҡыуар булырға теләгең бар икән, икеләнмәй тотонорға кәрәк. Ғүмер ҡайһылай ҙа үтә. Их, ниңә эшләп ҡараманым икән, тип аҙаҡ үкенмәҫлек булһын. Әлбиттә, эш астың да аҡса килә башлай, тип өмөтләнергә ярамай. Тәүге осорҙа барлыҡ аҡса әйләнешкә китеп тора. Әллә күпме тырышлыҡ һалғас ҡына һөҙөмтәһе күренә.

Бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар уңыштарға өлгәшеүендә яҡындарына рәхмәт әйтә.

– Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтергәндәре өсөн иң беренсе атай-әсәйемә бурыслымын. 19 йәшемдә генә кейәүгә сыҡтым, ҡәйнәм дә тормош көткәндә күп нәмәгә өйрәтте. Уға ла рәхмәтем ҙур. Ғөмүмән, тормошомдан ҡәнә­ғәтмен. Булғаны менән бәхетлемен. Бөгөнгө заманда тырышҡан кешегә мөмкинлектәр киң. Зарланып ултырырға бер сәбәп тә юҡ. Иң мөһиме – донъялар тыныс булһын, – ти ауыр замандарҙа һынмаған Ишембай йүнселе.

Был тормошта бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Нимәгәлер өлгәшеү өсөн әллә күпме тир түгергә, тырышырға, тырмашырға кәрәк. Ҡыйын саҡта ла юғалып ҡалмаҫҡа, унан сығыу юлдарын эҙләргә кәрәклеген әлеге мәҡәләм геройы миҫалында ла күрәбеҙ.

Лилиә Хәйбулла ҡыҙына артабан да ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Мөләйем, ихлас күңелле, сибәр ханым үҙендә көслө ихтыяр, яуаплылыҡ, эш һөйөүсәнлек сифаттарын бергә туплаған. Тап ошондай көслө гүзәл заттар йәмғиәтебеҙҙе алға әйҙәй, үҫтерә. Яҡташтарының ғорурлығы булып, артабан да ныҡлы баҫып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын Лилиә Арыҫланбаеваға.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай ҡалаһы.

Читайте нас: