“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш. Был ғәмәлгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Район йүнселдәре сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йыйылды. Башта малсылыҡты үҫтереү йүнәлешенә ҡағылышлы эшлекле һөйләшеү үтте. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Урал Абдуллиндың проектын Раҡия Заһиҙуллина тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, Урал Абдуллиндың Убалар ауылында урынлашҡан хужалығы байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килә һәм районыбыҙҙа иң тәүгеләрҙән һанала. Бында һыйыр малынан тыш, һарыҡ һәм йылҡы үрсетелә.
– Киләсәктә мал һанын тағы ла ишәйтергә ине, тик бының өсөн ер биләмәһен ҙурайтырға кәрәк, – тине Раҡия Фазлиәхмәт ҡыҙы һәм үҙ теләктәрен еткерҙе. Уға яуап итеп хужалыҡҡа ярҙам итергә, тигән ыңғай ҡарар сығарылды.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең икенсе проекты – тәгәрмәс йүнәтеү урынын асыу. Уны Ярослав Шпон тәҡдим итте. Архангел ауылында велосипедтарҙы һәм квадроциклдарҙы ремонтлау ҙур ихтыяж менән файҙалана икән. Шуны иҫәпкә алып, эшҡыуарға ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар ителде.
Дилара БӘҘРЕТДИНОВА.