Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
26 Май 2022, 17:30

Премьер-министр тәүге китабын яҙған

Китап эшҡыуарҙарға файҙалы булыр.

Премьер-министр тәүге китабын яҙған
Премьер-министр тәүге китабын яҙған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йүнселдәрҙе Рәсәй эшҡыуарҙары көнө менән ҡотланы, бизнес һәм власть тураһында тәүге китабын баҫмаға оҙатыуы тураһында белдерҙе.

 “Бөгөн Рәсәй эшҡыуарҙары көнө! Мин ошо байрамға ҡатнашлығы булғандарҙың барыһын да, эш урындары булдырып йәки яңы производстволар асып ҡына ҡалмаған, шулай уҡ үҙҙәренең коллективтарын, партнерҙарын, көрәштәштәрен үҫергә, юғарыраҡ бейеклектәргә артылырға илһамландырған иҡтисадыбыҙ локомотивтарын ихлас ҡотлайым.

Белеүегеҙсә, был байрам миңә ят түгел: күп йылдар мин бизнеста эшләнем, йәмәғәтсе һәм хоҡуҡ яҡлаусы булараҡ уның мәнфәғәттәрен сағылдырҙым. Эшлекле Рәсәйҙән коллегаларым да иртән 2007 йылда Асыҡ форумда Стратегик эшләнмәләр үҙәге директоры вазифаһында яһаған сығышымды хәтергә төшөрҙө. Ошо форумдан һуң Башҡортостанда – ил төбәктәре араһында беренсе булып – ошо һөнәри байрам барлыҡҡа килде. Бер аҙ һуңыраҡ уны бөтә Рәсәй буйынса билдәләй башланылар.

Шуға күрә был көндө бизнестағы, Эшлекле Рәсәйҙәге, Дәүләт Думаһы депутаты дәрәжәһендә закон сығарыу эшмәкәрлегендәге, “Бизнес коррупцияға ҡаршы” үҙәгенең һәм Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил институтының уңышлы кейстарындағы, хәҙер килеп Премьер-министр вазифаһындағы 20 йыллыҡ тәжрибәм, шулай уҡ бизнесмендарҙың шау-шыулы эштәре, ваҡиғалары, уңайлы инвестиция мөхитен үҫтереү алымдары тураһындағы “Бизнес һәм власть: яңы тарих һабаҡтары” тигән тәүге китабымды баҫмаға оҙатыу минең өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Тарих курсы Чеховса ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле килеп сыҡты, сөнки был коллектив хеҙмәт емеше. Авторҙаштарым: Радий Хәбировҡа, Борис Титовҡа, Павел Крашенинниковҡа, Владимир Груздевҡа, Анатолий Кучеренға һәм башҡа бик күптәргә ихлас рәхмәтлемен. Уларһыҙ был китап та, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең азатлығы һәм көслө иҡтисад өсөн көрәштә эшлекле йәмғиәттең һәм дәүләттең бихисап еңеүҙәре лә булмаҫ ине.

Башта үҙемдең шәхси эшмәкәрлегемдә иң яҡшы ҡарарҙарҙы эҙләү хаҡында китап яҙырға ниәтләгәйнем. Шул уҡ ваҡытта үҙеңдән алда юл ярғандарҙың хаталарын белмәйенсә, Эверестҡа юлланыу уйланылмаған һәм хәүефле аҙым булыуы менән килешерһегеҙ, моғайын. Был китап та шулай – кәрәк-яраҡ ҡулайламалар, страховка, кешеләр һәм улар ҡабул иткән ҡарарҙарҙың логикаһы тураһында онотмайынса нисек итеп аяҡҡа баҫырға өйрәткән “инструкцияның” бер өлөшө генә. Әммә ҡыйыулыҡ йыш ҡына үҙ эшенә ныҡлы ышанған коллектив уңышының нигеҙен тәшкил итә.

Китап эшҡыуарҙарға ла, юрисдикцияның конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыуҙы, кешеләрҙең тормошо һәм бизнестың эше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандарҙың барыһы өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанам. Бөтә эшҡыуарҙарҙы йәнә бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым: бизнесығыҙ һәм илебеҙ иҡтисады сәскә атһын!” – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_668

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_668

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: