Йәрмәкәй тарафтарына юл тотҡанда ошо төбәктә йәшәгән замандаштарыбыҙҙың тормош-көнкүреше менән танышып ҡайттыҡ. Тырышып мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көткән ғаиләләрҙе лә, йәштән тыуған ерендә төпләнеп уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарын да, ҡул эше оҫталарын да, сәнғәт һөйөүселәрен дә күрҙек.
Тыуған ере өсөн янып-көйгән ир-уҙамандарҙың береһе – Азат Хәкимов. Ул, районда икмәк бешереү эшен ойоштороп, яҡташтарын эшле лә, ашлы ла иткән.
“Йәрмәкәй икмәк комбинаты”н Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы эргәһендә бынан өс йыл элек асып ебәрә ул. Бина һатып алып, арыу ғына сығым һалып, тәүҙә ремонт үткәрә. Бер миллиондан ашыу һумлыҡ кәрәкле ҡорамалдарҙы ла һатып алырға тура килә. Тырышһаң, эш ҡарышмай, тиҙәр бит. Сифат менән алдыра эшҡыуар. Әсеткене лә улар бары тәбиғи ҡомалаҡтан эшләй. Бының өсөн ике йыллыҡ запас хәстәрләп ҡуйғандар.
– Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарын, мәктәп һәм балалар баҡсаларын икмәк менән тәьмин итәбеҙ. Бәләбәй районында ла беҙҙең икмәк биш сауҙа нөктәһенә оҙатыла, – ти Азат Фәтҡелбаян улы.
Икмәк ташыуҙы бөтәһе дүрт машина башҡара. Күптән түгел генә бер миллиондан ашыу һумға яңы икмәк ташыу машинаһы алғандар.
Пекарня уңғандары менән дә танышып сыҡтыҡ. Унда көнөнә 860 дана икмәк бешерелә, төрлө бәлештәр әҙерләү ҙә яйға һалынған. Барлығы 17 төр ҡамыр ризығы әҙерләнә.
Әйткәндәй, икмәк бешереү – ауыл хужалығы предприятиеһының бер йүнәлеше генә. Бынан тыш, малсылыҡ, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнергә өлгөрә Йәрмәкәй йүнселе.
Тыумышы менән ошо райондың Һыуыҡҡул ауылынан Азат Хәкимов. Армияла ғына ике йыл ситтә йөрөп ҡайта, ҡалған ғүмерен тыуған еренә арнай.
– Ситкә китергә теләк тә булманы. Йәрмәкәй халҡы һәйбәт, район етәкселеге лә ярҙам итеп тора. Шулай булғас, ҡырҙа эшләү уйы булманы. Тыуған ереңдә файҙалы булыу – үҙе ҙур бәхет, – ти әңгәмәсем.
Төплө эшҡыуар, үҙ еренең патриоты ғына түгел, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ла битараф булмаған алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ булып сыҡты Азат Фәтҡелбаян улы. Ул үҙенең хеҙмәткәрҙәренә ете дана “Башҡортостан – Йома” гәзитенә яҙҙыртырға вәғәҙәләп ҡалды.
Йәрмәкәй эшҡыуарының барлыҡ башланғыстарының да уң булыуын теләйбеҙ. Эшкә егәрлелеге менән уңышҡа өлгәшеүе – тормошта һыналған алым.
Р. ӘхмәтГӘРӘЕВА
Йәрмәкәй районы.