Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
29 Июнь 2022, 22:30

Административ баҫым кәметелә

Бизнестың проблемаларын хәл итеүҙә башҡарма власть органдарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Административ баҫым кәметелә
Административ баҫым кәметелә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 июндә Премьер-министры Андрей Назаров X Петербург халыҡ-ара юридик форумының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге иреклегенең хоҡуҡи гарантиялары” сессияһында сығыш яһаны.

Хөкүмәт Премьер-министры хәбәр итеүенсә, бизнестың проблемаларын хәл итеүҙә бөгөн башҡарма власть органдарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән яңы иҡтисади сәйәсәттең нигеҙен тәшкил итә.

Санкциялар шарттарында эшҡыуарҙарға максималь ирек биреү, эшлекле башланғыстарҙы һәр яҡлап хуплау, артыҡ контролдән азат итеү зарур.

"Эшҡыуарлыҡ үҫешендә административ баҫымдың кәмеүе лә ҙур роль уйнай. Беҙ Башҡортостанда ошо йүнәлештә даими эш алып барабыҙ. Республиканың Административ кодексынан урамда һатыу итеү, логистика, ҡала төҙөлөшө һәм башҡа өлкәләрҙән унлаған пункт алып ташланды. Өс меңдән ашыу тикшереү ғәмәлдән сығарылды һәм быға тиклем бирелгән 6,5 мең бойороҡ кисектерелде. Шуға ҡарамаҫтан, бизнесҡа булған административ баҫым мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала", - тине Андрей Назаров.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: