Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
5 Июль 2022, 20:36

Уларға ышанырға була

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң урыны-урыны менән батҡаҡ иҙмәһенә әүерелгән тайғаҡ юлдан Бигәнәйгә табан барыуыбыҙ. Ярай әле, ауыл хужалығы идаралығы белгесе Эльза Ҡәүи ҡыҙы Шәймиева беҙҙе үҙҙәренең “Нива”һында илтергә булды. “Нива” ауыл ерендә иң ышаныслы “тимер ат” инде, ул йәһәт кенә фермерҙар хужалығына алып килде.

Ирле-ҡатынлы Лариса менән Динарик Шакиров­тарҙың икеһе лә – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре. Лариса ханым малсылыҡ буйынса бөтә мәшәҡәттәрҙе иңенә алған, Динарик Нәзир улы иһә үҫемлекселекте киңәйтеүгә ҙур тырышлыҡ һала. Хәҙер уларҙың хужалығы – районда алдынғылар рәтендә.

Ауыл кешеһе ҡайҙа ғына эшләмәһен, күпме генә сит тарафтарҙа бәхет эҙләмәһен, уңышҡа өлгәшмәһен, барыбер ҡасан да булһа күңеле менән тыуған яғына тартыла. Динарик Нәзир улы ла вахта ысулы менән илдең төрлө тарафтарында эшләгәндән һуң Бигәнәйгә ҡайта һәм 2014 йылда үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Ҡатыны Лариса Йәсәүи ҡыҙы ла, иренең ҡыйыу аҙымын хуплап, фермерҙың ышаныслы “уң ҡулына” әүерелә. Хәҙер уларҙың 500 гектар майҙанда сәсеүлеге һәм көтөүлеге бар. Хужалыҡ иген культуралары үҫтереү, малсылыҡ һәм  һөт етештереү менән шөғөлләнә.

– Былтыр ҡоролоҡ ҡамасаулаһа ла, хәҙерге заман техникаһы булыуы һөҙөмтәһендә гектарынан 15–20-шәр центнер уңыш алдыҡ, быйыл, әлбиттә, яҡшыға өмөт итәбеҙ, сөнки сәсеү мәлендә дым мул булды. 300 гектарҙа бойҙай, арпа сәстек. Көҙөн 100 гектарҙа арыш сәселде. Ҡурған өлкәһенән яңы орлоҡ сорттары ҡайтарылды. Хәҙер сифатлы орлоҡто үҙебеҙ әҙерләргә уйлайбыҙ, – ти хужалыҡ етәксеһе.

Беҙ барғанда көндәр йонсоу, ямғырлы булғанлыҡтан, сенажға төшөү бер ни тиклем кисектереп торолған. “Траншеялар, техника тулыһынса әҙер, көндөң асылыуын ғына көтәбеҙ”, – тип ҡаршыланы  хәстәрлекле хужа.

 Эш башлау менән элекке хужалыҡтан ҡалған иген келәттәрен ремонтлап алырға тура килә. Уларға яңылары өҫтәлә, гараж, мал ҡуралары ҡалҡып сыға, йыл һайын ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алына. “Хеҙмәт етештереү­сәнлеген заманса технологияларҙан башҡа арттырып булмай, – ти Динарик Шакиров. – Һуңғы осорҙа ғына “Полесье” комбайны һатып алдыҡ. Бөтә агрегаттары ла бар. Өс “МТЗ” тракторына “байыныҡ”, береһен үҙ аҡсабыҙға, икенсеһен – грант иҫәбенә, өсөнсөһөн лизингка алдыҡ. Тағы ла ҡеүәтлерәк ауыл хужалығы техникаһы алыуға ниәт тотабыҙ”.

Фермерҙың әйтеүенсә, малсылыҡ – табышлы тармаҡ. Уны үҫтереү өсөн районда бөтә мөмкинлектәр бар. Айырыуса йәй миҙгелендә һөтсөлөк хужалыҡҡа ҙур килем килтерә. “Тәүлегенә 800–900 килограмм һөт тапшырабыҙ. “Илешһөт” йәмғиәте литрын 25,50 һум менән үҙе килеп һатып ала. Һөтөбөҙ яҡшы сифатлы, бөтә санитария-гигиена, ветеринария талаптарына яуап бирә. Уны район үҙәгендәге магазиндарға ла тапшырабыҙ. “Ҡара-сыбар” тоҡомло 75 һыйырыбыҙ бар. Халыҡҡа быҙау һатабыҙ. Кемгә ашлыҡ кәрәк, барыһына ла ярҙам итәбеҙ”, – ти хужалыҡ етәксеһе.

Үҙенең тырыш хеҙмәте менән райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән фермерҙар ураҡ эштәрен уңышлы үткәреү һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү буйынса үткәрелгән район ярыштарында дипломдар, “Агростартап” федераль программаһы буйынса Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Бөгөн фермер хужалыҡтарының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлайбыҙ. Хөкүмәт тә ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса, төрлө ярҙам саралары күрһәтә. Динарик Нәзир улы тәүге аҙымдарҙы яһағанда “Яңы эш башлаған фермер” программаһы буйынса грантҡа лайыҡ булып, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға тотоноуын әле лә яҡшы хәтерләй. Хәҙер инде Шакировтар – аяғында ныҡлы баҫып торған тәжрибәле фермерҙар. Быйыл ғына “СЗ-5,4” сәскесе, “Алмаз” иген сепараторы, “ОВС-25” иген таҙартыу машинаһы алынған. Ә пландар тағы ла ҙурыраҡ, тырышлыҡ булғанда, барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ. Шакировтарҙың ҡыҙы Сулпан да ауыл хужалығы тармағында эшләй. Денис – әлегә мәктәптә уҡып йөрөһә лә, ата-әсәнең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр”, тигәндәй, уның да ғаилә традицияһын дауам итәсәгенә ышаныс бар.


А. ҺАЙРАНОВА

Читайте нас: