Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
19 Июль 2022, 15:37

Ахунда уңған кешеләр йәшәй

Уның бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар

Рәил Кәлимуллин фотолары.
Фото:Рәил Кәлимуллин фотолары.

Учалы районының иң ҙурҙарҙан һаналған Ахун ауылын белмәгән кеше һирәктер. Урманы ла, тауы ла, йылға-шишмәләре лә булған матур, сихри урын ул. Ауылда ике меңгә яҡын кеше йәшәй, халыҡ һаны йылдан-йыл күбәйә бара, йәш ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар арта. Матур йорттар һалына, ауыл йылдан-йыл күркәмләнә.

 

Быймаһы ла быймаһы!

 

Ауыл – үҙенә күрә оло бер ғаилә кеүек. Татыу, эшсән, берҙәм һәм әүҙем кешеләр йәшәй, бына тигән итеп донъя көтә. Эшһеҙҙәр юҡ тип әйтерлек, сөнки һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Берәүҙәр – баҡсасылыҡ, икенселәр умарта­сылыҡ менән шөғөлләнә, өсөнсөләр мал-тыуар аҫрай, дүртенселәр ҡул эше менән дан алған.

Ауылдың уңған кешеләренең береһе – быйма баҫыу оҫтаһы Нафиҡ Миңғәлиев. Быға тиклем ауылда эшләп килгән быйма баҫыу цехында 27 йыл хеҙмәт итә ул. Цех ябылғас, юғалып ҡалмай, үҙ йортонда һигеҙенсе йыл инде эшен дауам итә.

– 1987 йылда “Ҡыҙыл партизан” колхозы етәкселегендә быйма баҫыу цехы булдырыла. Беҙҙе Межозерный ҡасабаһынан саҡырылған быйма баҫыу оҫтаһы Александр Николаевич Ильичев үҙенең эш серҙәренә төшөндөрҙө. Минең менән бергә Баттал һәм Шамил Баҡыевтар, Эдгар Латипов, Ильяс Ғәзизов, Марс Ғәббәсов һәм башҡа егеттәр өйрәнде. Яйлап кәрәкле станоктар, ҡорамалдар алынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул цех юҡ инде, – тип һөйләне беҙгә Нафиҡ ағай.

Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел. Йомшаҡ та, йылы ла, уңайлы ла! Сатлама һыуыҡтарҙа ауыл халҡы быймала ғына йөрөй. Матурлығы менән дә затлы итектәрҙән ҡалышмай. Быйма баҫыу борон халҡыбыҙҙың киң таралған кәсебе булған, бөгөн иһә уның менән булышҡандар тотош республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Әйтәләр бит, быйма баҫыу егәрлеләрҙең генә ҡулынан килә тип. Шулай булмай, бер пар быймаға кәмендә өс көн ваҡыт сарыф ителә.

– Тәү ҡарауға ғына еңел күренгән эш күп көс талап итә, быуындарҙың хәлен ала, – ти Нафиҡ Хәниф улы. – Һәр эшкә яуаплы ҡарарға кәрәк, кире осраҡта һөҙөмтә лә булмай. Хәҙер минең айы­рым цехым бар. Йәшерен-батырыны юҡ, һа­рыҡ йөнөнөң еҫе яман, әммә емеше татлы. Ә бының өсөн етештергән тауарыңдың сифатлы булыуы шарт. Өйҙән үҙҙәре үк килеп ала, заказдар байтаҡ. Себер тарафтарынан, Мәскәү ҡалаһынан да күп. Бигерәк тә байрамдар алдынан бүләккә кәрәк тип һорайҙар, – ти быймасы.

– Заказдар күп булып китһә (бая әйткәнемсә, был күберәген байрамдар алдынан була), төн буйы эшләргә тура килә. Бүләккә уңай, хаҡы ла арзан. Балалар быймаһы – 1300, ололарҙыҡы, үлсәменә ҡарап, 1700 һумдан алып. Аҡ йөндән баҫылған быйма йылыраҡ, уңайлыраҡ булһа ла, кешеләр ҡараһына өҫтөнлөк бирә. Әйтәм бит, халыҡтың ихтыяжына ҡарап эш итергә тырышабыҙ, бөтә кәрәкле ҡулайламаларым да бар, йыбанмай эшләргә лә эшләргә кәрәк, – ти оҫта.

Нафиҡ ағай тәүҙә халыҡтан сифатлы йөн йыйып ала, уны киптерә, ҡыйҙан таҙарта, тетә... Аҙаҡ, йөндө һыуҙа ҡайнатып, төп эшкә – быйма баҫыуға керешә.

– Бер пар быйманы, ғәҙәттә, өс көн эсендә баҫам. Ярҙамсы булһа, яҡшыраҡ, әлбиттә, ләкин йәштәр хәҙер бындай эшкә ылығып бармай шул, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.

Эшләһәң, эш ҡарышмай. Күптәр, оҙон аҡса эҙләп, сит тарафҡа китә, ә бына Нафиҡ ағай Миңғәлиев үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Боронғо кәсепте дауам итеп, ауыр эшенән йәм табып, кешеләрҙе лә ҡыуандырып йәшәгән ир-уҙаман ихтирам тойғоһо уята.

 

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...

 

Мода үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр. Бөгөн шәлдәрҙе күп ерҙә осратырға була. Ахун ауылынан ошондай оҫтабикәләрҙең береһе – шәл бәйләүсе Миңзилә Абдуллина.

Миңзилә Исмәғил ҡыҙы Ахун ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Магни­тогорскиға уҡырға керә. 1985 йылда кейәүгә сыҡҡас, Мәләүезгә химия заводына эшкә күсеп китәләр.

– Ял көндәрендә баҙарға сығам, ҡатын-ҡыҙ шәл һата. Эй күҙ ҡыҙа. Миндә лә шәл бәйләү теләге тыуҙы. Был хаҡта эштә апайҙарға һөйләнем. Тәжрибә уртаҡлашырға теләүселәр табылды. Бәйләү серҙәрен белә инем, әсәйем өйрәткәйне. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кис ултырыуға йыйыла торғайны, мин дә әсәйемдән ҡалмай йөрөнөм. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, тәүҙә шәл ситенә тотондом. Артабан уға биҙәктәр һалырға өйрәндем, – ти Миңзилә Исмәғил ҡыҙы. – Шулай итеп, беренсе шәлемде 1990 йылда бәйләнем.

16 йыл Мәләүездә йәшәгәндән һуң, тыуған нигеҙгә ҡайтып төпләнә ғаилә. Миңзилә апай башта һатыусы була, һуңынан “Башнефть” заправкаһында эшләй. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөнә тотона.

Оҫтабикә биҙәктәрҙе үҙе һайлай. Күңеленә ниндәйе килә, шуларҙы теҙә. Интернеттан алып өйрәнеп, бөтәһен дә яттан белә.

– Ғүмеремдә нисә шәл бәйләгәнмендер, иҫләмәйем. Бүләккә лә, үҙҙәренә тип тә алалар, – ти Миңзилә апай. – Килен һөйөүгә тип “паутинкаға” заказ биреүселәр күп. Бер ултыр­һам, бөтмәйенсә тормайым. Ныҡ мауыҡтырғыс, бәйләге килеп тик тора. Нәски, бейәләй бәйләргә яратмайым. Ихласлап тотонһаң, бөтә лә ҡуя. Ә минең һәр саҡ бәйләгем килә.

Шәлдәрҙең уртаһын да Миңзилә апай ҡулдан бәйләй. Машинканан үткәндәре тигеҙ булһа ла, йылыһы юҡ, сифаты юғала, бер йылдан уҡ ҡо­йо­ла башлай, тип аңлатты ул быны. “Баҙарҙа, магазиндарҙа шәлдәрҙе күп күрергә тура килә, кү­беһенең уртаһы машинка менән бәйләнгән. Мин дә шулай эшләһәм, тиҙерәк булыр ине лә ул, ләкин намыҫым ҡушмай. Кеше хәләл аҡса­һына һатып ала, мәнфәғәтен күрергә тейеш. Шун­лыҡтан бер килгән кеше миңә тағы ла шәл һорап килә. Бәйләп бөтөп торам, алып китеп торалар. Үҙем дә бүләккә гел шәл бирәм – күрше­мә, ике киленемә, ҡәйенбикәмә, килендә­шемә бүләк иткәнем булды. Әҙер ятҡан бер генә лә шәлем юҡ”, – ти оҫтабикә.

Дебетте Миңзилә апай Мәләүез яҡтарынан алдыра. Уны тетеү, иләү, сиратыу ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә. Шәлгә тигән дебетте артыҡ ныҡ сиратырға кәрәкмәй – ҡабармаясаҡ.

– Миңзилә апай, бер шәлде бәйләү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?

– Ике аҙнала әҙер була. Бер ултырғанда бер яҡ ситен бөтөрөргә мөмкин.

– Үҙегеҙҙең бәйләгән шәлде башҡалар­ҙыҡынан нисек айыраһығыҙ?

– Һәр кемдең үҙенә генә хас почеркы булған кеүек, бәйләмдә лә шундай эҙ бар. Оҫта ҡул­лылар бәйләгәндәр күҙгә ташланып тора. Дебеттәре тигеҙ сыға.

– Иң яратып бәйләгән шәлегеҙ ниндәй?

– Әсәйемә бәйләгән иң ҙур шәл. Уға хәҙер инде 27 йыл. Шул ҡәҙәр күңел һалып бәйлә­гәнгәме, әле һаман шул килеш.

Шәл бәйләү – оҙайлы процесс талап иткән эш. Дебетен әҙерләп алыуға ғына ла бай­таҡ ваҡыт талап ителә. Кәзәнең мамығын та­рау, ҡыллау, тетеү... Артабан иһә дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау, артабан сиратыу, йомғаҡлау... Шунан инде шәлдең ситен башлау, телдәрҙе һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай, кәрәкле ҙурлыҡҡа еткереү. Һуңынан урта­һын теҙеү һәм бәйләү. Ул әҙер булғас, ситтәрен тегеп сығыу. Бының менән генә лә шәл әҙер тигән һүҙ түгел әле. Уны һабынһыҙ ғына, шампунь ҡушып, һыуҙа ебетеп сайҡау һәм телдәрен ҡаҙауҙарға индереп киргестә киптереү. Эйе, шәл бәйләү өсөн әллә күпме ваҡыт, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Миңзилә апайҙың ҡулдарына бер үк күҙ генә теймәһен.

Бына шундай тырыш, йүнсел кешеләр йәшәй Ахун ауылында. Тап улар кеүек уңғандар булғанда, ауылдың бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар. Тормош дилбегәһе ышаныслы ҡулда икәнлегенә үҙебеҙ ҙә ныҡлы ышандыҡ.

 

 

Вилиә ЯНБАЕВА

Учалы районы.

Читайте нас: