Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
26 Июль 2022, 12:00

Быйыл бал мул буласаҡ!

"Бөгөн 20-нән ашыу умартам бар, бик матур итеп тәүге балды һығып та алдыҡ", - ти Ринат Минһажев. 

Быйыл бал  мул буласаҡ!
Быйыл бал мул буласаҡ!

Халҡы­быҙҙың төп брендтарын тәшкил иткән башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы кеүек, башҡорт балы ла тотош донъяла киң танылыу таба бара. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәр унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай.

Әбйәлил районында умарта­сылыҡҡа иғтибар йылдан-йыл көсәйә. Үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңел ҡушыуы буйынса мәшғүлдәрҙең артыуы районда ҡортсолоҡто үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шундай уңғандарҙың береһе Ринат Минһажев Салауат ауылында йәшәй. Бөгөн уның 20-нән ашыу умартаһы бар.

- Быйыл бал мул буласаҡ, бик матур итеп тәүге балды һығып та алдыҡ. Тәүҙә умарталарым йорт янында ултырҙы, әле йүкә урманына алып барҙыҡ, аҙаҡ кире ҡарабойҙай баҫыуы янына алып киләсәкбеҙ. Бер йылда өс төрлө бал алыу мөмкинлеге бар, - ти тәжрибәле ҡортсо.

Әбйәлил районының уңған умартасыһы хаҡында гәзитебеҙҙе алдағы һандарында таныштырырбыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: