Эшҡыуар
1 Август 2022, 16:25

Башҡортостанда нисә эшҡыуар бар?

Тәүге ярты йыллыҡта бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Һүҙ льготалы займдар, лизинг программалары һәм кредит каникулдары биреү хаҡында бара.

Башҡортостанда нисә эшҡыуар бар?Башҡортостанда нисә эшҡыуар бар?
Башҡортостанда нисә эшҡыуар бар?

1 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында иҡтисадтың эшҡыуарлыҡ секторы эшенең йомғаҡтары ҡаралды.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов 2022 йылдың ғинуар-июнь айҙары йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 120,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләүен хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә мәшғүлдәр һаны 533 мең кешегә етте.

Тәүге ярты йыллыҡта бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Һүҙ льготалы займдар, лизинг программалары һәм кредит каникулдары биреү хаҡында бара. Бынан тыш, 2022 йылдың июнендә төбәктә һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системалары сиктәрендә финанс йөкләмәһен кәметергә мөмкинлек биргән закондар ҡабул ителде.

– Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә 529 эшҡыуарҙан һорау алыу үткәрҙек. Ул респонденттарҙың 51 проценты төбәктә эшләү шарттарын уңайлы тип баһалауын күрһәтте, – тип билдәләне Рөстәм Афзалов. – Бизнесмендарҙың күбеһе (81 проценты) республика ярҙам саралары тураһында белә. Шул уҡ ваҡытта һорау алыныусыларҙың 19 проценты ташламалар менән файҙаланған, йәнә 30 проценты быны эшләргә ниәтләй.

Күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген эшҡыуарлыҡ секторында инвестициялар күләме дәлилләй. Әйтәйек, 2022 йылдың алты айында муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә дөйөм хаҡы 69 миллиард һумлыҡ 2 251 проект ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас