Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
12 Август 2022, 14:30

Эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә

Йәүнселдәргә бушлай эксперт ярҙамы күрһәтелә.

Эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә
Эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин һөнәри медиаторҙар менән эшҡыуарҙарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн бушлай эксперт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ике яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Бизнес вәкилдәренең ҡайһы берҙәре медиация институтының барлығын да белмәй, – тине бизнес-омбудсмен. – Ул ғәҙел, нейтраль һәм бойондороҡһоҙ аралашсы ҡатнашлығындағы бәхәсте хәл итеүҙең альтернатив ысулын тәшкил итә. Медиаторҙың төп бурысы – бөтә яҡтарҙың мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндергән үҙ-ара ҡулай ҡарарҙы эҙләүҙә, әҙерләүҙә ярҙам итеү. Эшҡыуарҙар өсөн был бик уңайлы һәм файҙалы алым, уның ярҙамында бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин.

Эксперттарҙың береһе – Елена Фәйзуллина – тәжрибәле юрист, консалтинг компанияһы директоры, прфессиональ медиатор, “Паритет” милли ассоциацияһы ағзаһы, икенсеһе – Алина Мифтахова – юриспруденция өлкәһендә эш тәжрибәһенә эйә булған профессиональ медиатор, инглиз телендәге бәхәстәрҙе лә көйләй.

Вәкил әйтеүенсә, яңы эксперттар эшҡыуарҙарҙың ҡатмарлы, буталсыҡ мөрәжәғәттәре менән бәйле мәсьәләләрҙе яйға һалыу өсөн йәлеп ителәсәк. Медиациянан тыш, уларҙың бурыстары иҫәбенә шулай уҡ бизнес хоҡуҡтарын яҡлау өсөн тәҡдимдәр, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлағанда судта ҡулланыу өсөн эксперттарҙың хоҡуҡи һығымталарын әҙерләү һәм “Бизнес коррупцияға ҡаршы” ижтимағи процедуралар үҙәге ултырыштарына тәҡдим итеү инә.

Бизнес-омбудсмен был эштең бушлай һәм тик йәмәғәт башланғыстарында ғына башҡарылыуын билдәләне. Уның белдереүенсә, эксперттар Вәкил Аппараты үткәргән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуа.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: