Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
16 Август 2022, 17:25

Программалаусынан... еләк үҫтереүсе

Ер ашата ла, кейендерә лә.

aur-vesti.info
Фото:aur-vesti.info

Майҙа уҡ Башҡортостан ерлегендә еләк (клубника) тәмләргә буламы? Була икән. Беҙ быны Ауырғазы районының Татар Нуғаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Владислав Ананьевтың баҡсаһында күрҙек. Әлбиттә, еләк теплицала үҫә.

Программист һөнәрен үҙләштереп, ҙур ҡалала эшләп йөрөгән еренән, хатта Ҡытайға китергә документтар әҙерләп бөткәс, сиктәр ябылыу сәбәпле, тыуған ауылына ҡайтырға була Владислав. Әсәһе, Үтәймулла ауылы ҡыҙы Зөләйха Үтәева, бындай пандемия осоро ни менән бөтөр, билдәһеҙ, ауыр осорҙа бергә булайыҡ, ҡайт, тип кәңәш биргәс, ғаиләһе менән ауылға күсенеп ҡайта йәштәр. Ярты йыл эсендә ауыл тормошона күнегеп китә, иркенлек, хозур тәбиғәт хатта оҡшай башлай. Тик нимә менән шөғөлләнергә? Еләк! Программист булараҡ, тиҙ генә Италия, Голландия, АҠШ фермерҙары менән бәйләнешкә сыға. Унда селекция эштәре быуаттар буйына алып барыла, ауырыуҙарға бирешмәгән, юғары уңдырышлы сорттар сығарыла. Шулай итеп, сит илдән тәүге ылау килә. Данлы “Азия” сортын алғандан һуң был ғаилә картуф баҡсаһында еләк үрсетеүгә тотона. Унан еләктәр тураһында “Башҡорт клубникаһы” исеме аҫтында эш барышын төшөрөп, инстаграмға, ютуб каналына ҡуя башлай. Ярҙамсылары – кәләше Анна, ғаилә ағзалары. Хәҙер еләктең үҫентеләрен Пермь крайынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килеп алалар, уларҙы Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама сауҙа нөктәләрендә осратырға була.

Район хакимиәте лә ярҙам ҡулы һуҙған. Ун гектар ер бүленгән, киләсәктә хатта еләк плантацияһына нигеҙ һалырға план ҡора йәш эшҡыуар.

“Азия” сорты эргәһенә “Клери”, “Джоли”, “Антей”, “Флер”, “Мальвина” сорттары өҫтәлгән. Ремонтант (көҙгә тиклем емеш биреүсе) “Альбион”, “Мальва”, “Мурана”, “Купчиха” сорттарын да баҡсасылар яратып ала икән. Әлбиттә, ҡустыһы Вадим, һеңлеһе Лиана, игеҙәктәр Аделя, Олеся  эшкә өйрәнеп үҫә. Атаһы Николай Ананьев – урындағы мәктәптә информатика уҡытыусыһы, буш ваҡытында ул да улын ярҙамдан өҙмәй.

Ер ашата ла, кейендерә лә. Эйелеп ала ғына бел, тигәндәй, тырышлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уңыштар ғына теләйһе ҡала йәш эшҡыуарға!

Илдар АҠЪЮЛОВ

Ауырғазы районы.

Читайте нас: